+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ғинуар 2021, 16:44

Зареманы тағы ла бер ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе, Зарема Таһирова, гимназияның алдынғы уҡыусыһы, “Аманат”тың конкурстарында әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе, Зарема Таһирова, гимназияның алдынғы уҡыусыһы булыуы өҫтәүенә, “Аманат”тың конкурстарында әүҙем ҡатнашып, гел еңеүҙәр ҙә яулай.
“Аманат”тың “Оҫтахана” конкурсында ҡатнашып, 2020 йылдағы июнь һанында Зарема журнал уҡыусыларҙы кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөндөрҙө (уны ошо һылтанма аша уҡый алаһығыҙ: (https://amanat.rbsmi.ru/articles/o-takhana/Amanat-li-keye-328093/).
Конкурсҡа Зарема үҙ ҡулдары менән баҫылған кейеҙен тәҡдим иткәйне. Эш барышын аңлатып, фото, видеоға төшөрөп, редакция почтаһына ебәргәйне. Оҫта ҡуллы ҡыҙҙың “Аманат” тип яҙылған, Йылайыр районының эмблемаһы – болан - төшөрөлгән кейеҙен мөхәрририәт юғары сәнғәт өлгөһө тип баһаланы һәм “Оҫтахана” конкурсында йылдан-йыл бик әүҙем ҡатнашҡаны, конкурстың 2018 йылғы еңеүсеһе булғаны, эшенең ғәләмәт ҡатмарлы булыуын, үҙенең тырышлығын иҫәпкә алып, “Аманат” журналы мөхәрририәте Зареманы махсус приз менән бүләкләргә ҡарар итте.
Заремны ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һәләтле ҡыҙға уҡыуында уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле киләсәк теләйбеҙ!
Читайте нас: