202-се һанлы “Аманат” полилингваль балалар баҡсаһы 180 урынлыҡ. Һигеҙ төркөмдән торған был заманса мәктәпкәсә учреждение, йәш әсәләргә ике айлыҡ сабыйын да ҡалдырып торорға мөмкинселек бирә. Бинаның барлыҡ бүлмәләре лә дизайндың заман технологияларын ҡулланып, уңайлы һәм иң мөһиме балалар өсөн хәүефһеҙ итеп эшләнгән. Спорт залы, музыка һәм өҫтәмә белем биреү, һүрәт төшөрөү, тәбиғәтте, туған телде өйрәнеү кабинеттары бар. Бында балаларҙы яратҡан психологтар, логопедтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар эшләй.