+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2021, 11:03

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тыуған көн

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат районының почетлы гражданины Рәми Ғариповтың бөгөн тыуған көнө.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. Гимназия-интернатында Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырылған. Халыҡ шағиры исемендәге ошондай уҡ премияны Салауат районы хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете биш йылға бер тапшыра. Шағирҙың тыуған төбәге Салауат районының Арҡауыл ауылында уның йорт-музейы асылған, уның алдына әҙиптең бюсы ҡуйылған.
А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң республика матбуғатында эшләй. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. 1957 йылда «Туған тел» шиғырын ижад итә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә.
Рәми Ғариповтың шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.
Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай Рәми Ғарипов.
«Минең Рәми» бөтөн Рәсәй шиғри марафоны уҙғарыла. Башҡортостан йәштәре интернетта флешмоб ойоштора. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем шағирҙың яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп «Бәйләнештә» селтәренә һала.
Ҡатыны Надежда Васильевнаның тыуған яғы Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар. Режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» исемле фильм төшөрҙө.
Оло йөрәкле шағир 1977 йылдың 20 февралендә вафат була. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә.

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

1962.
Читайте нас: