+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2021, 12:07

ИЗГЕ ЙОМА МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Йома – мосолмандар өсөн иң мөһим һәм изге көн. Ул Аллаһы тарафынан бәхетле көн булараҡ билгеләнгән.

Йома – мосолмандар өсөн иң мөһим һәм изге көн. Ул Аллаһы тарафынан бәхетле көн булараҡ билгеләнгән. Йома хатта Ҡорбан, Ураҙа, Ғәшүрә байрамдарына ҡарағанда ла изгерәк көн һанала.
Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд (салләллаһу ғәләйһиссәләм) әйткән: «Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң хәйерлеһе – йома. Йома көнө Аллаһы Тәғәәләә Әҙәм ғәләйһиссәләмде яралтты, йома көнө уны йәннәткә кертте һәм йома көнө унан сығарылды (ергә төшөрөлдө). Ахырзаман да нәҡ ошо көнө етәсәк». (Мөслим).
«Айҙарҙың иң олоһо Рамаҙан айы, ә көндәрҙең иң олоһо Йома көнө» (Табарани).
Мосолман кешеһе һисюғы аҙнаһына бер тапкҡыр булһа ла мәсеткә барырға, йома намаҙы уғырға, хөтбә тыңларға тейеш тип һанала. Бер сәбәпһеҙ йома ғибәҙәтен ҡалдыру – ҙур ғонаһ. Күмәкләп уҡыла торған йома намаҙы мосолмандарҙы берләштерә һәм яҡынайта.
Йома көнө иртәнсәк тороп ғөсөл ҡойоноу, сәсте һәм тырнаҡтарҙы рәткә килтереү (һаҡалды төҙәтеү), таҙа матур кейем кейеү, еҫле майҙар һөртөнөү мәслихәт. Йомаға ҡаршы төндә һәм көндөҙ «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыйҙар, шулай уҡ Мүхәммәд Пәйғәмбәргә (салләллаһу ғәләйһиссәләм) салауат әйтәләр.
Йома көнө саҙаҡа биреү, яҡындарыңды ҡыуандыру, атай-әсәйеңдең, тыуғандарыңдың, ауырыуҙарҙың хәлен белеү, ҡаберҙәрҙе зыярат ҡылу ҙа хуплана.
Һау-сәләмәт, бәлиғ йәшенә еткән һәркемдең күмәкләп уҡыла торған йома намаҙында ҡатнашыуы мотлаҡ. Хәҙистә әйтелгән: «Кем дә кем сәбәпһеҙ рәттән өс йома намаҙын ҡалдыра – уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ».
Читайте нас: