Яҡташтары Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арнап, Салауат районының Малаяҙ Башҡорт гимназияһында төрлө тәрбиәүи саралар үтте. “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ ” темаһына класс сәғәттәре, әҙәби-музыкаль композиция, халыҡ шағирының шиғырҙарынан флеш-моб, музейға экскурсия, китап күргәҙмәһе, фильм ҡарау ойошторолдо. Әҙиптең көндәлектәре буйынса әңгәмәләшеү, “ Киләсәккә юл ярам” ғилми-тикшереү эше бик ҡыҙыҡлы булды.