+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2021, 11:50

Әбйәлилдән “Йәнтөйәк” әҙәби түңәрәк ағзалары ижады

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең “Йәнтөйәк” әҙәби түңәрәк ағзалары матур шиғырҙар ижад итә. Етәкселәре - Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева. Һеҙҙең иғтибарға уҡыусыларҙың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең “Йәнтөйәк” әҙәби түңәрәк ағзалары ижады
Олатайым
Олатайым эш ярата
Беҙҙе эшкә өйрәтә.
Тормошта йәшәү өсөн
Дөрөҫ юлды күрһәтә.
Беҙ уны хөрмәт итәбеҙ,
Ни әйтһә лә тыңлайбыҙ.
“Хеҙмәт төбө –хөрмәт бит ул” ,-
Быны яҡшы аңлайбыҙ.
Резеда Хәсәнова.
7-се синыф уҡыусыһы
Атайым
Минең атайым Юлай
Бөтәбеҙҙе лә уйлай.
Көн буйы өйҙә булмай,
Аҡса эшләй ул шулай.
Ил һаҡлаған атайым,
Уны бөгөн ҡотлайым.
Бирәмен матур бүләк,
Әйтәмен изге теләк.
Атайым беҙгә терәк,
Ҡәҙерен белер кәрәк!
Эльза Хәсәнова,
5-се синыф уҡыусыһы.
Һағындым
Яратам мин атайымды:
Эшенә китә иртә.
Шиғыр яҙып ултырамын
Һағынып көтә-көтә.
Вәлиә Әхмәҙиева,
5-се синыф уҡыусыһы.
Ҡыуанһын!
Битемде йыуҙым,
Мин иртән торғас.
Аҡ ҡағыҙ алдым,
Ял итеп алғас.
Олатайымды
Төшөрҙөм унда.
Ҡыуанһын,- тинем,
-Ул да байрам да.
Амелия Уйылданова,
5-се синыф уҡыусыһы.
Атайым
Атай,бер аҙ хәтерләйем:
Һин эшһөйәр инең.
"Улым минең!Һин ярҙамсым,
Таянысым,"- тинең.
Ҡайһы саҡта һин аҡыллы
Һәм уҫал да инең.
Мин балалар йортондамын.
Һағынамын һине!
Игорь Дәүләтбаев,
6 -сы синыф уҡыусыһы
Ҡышты яратам
Балаларға ҡыш ҡыуаныс:
Сана, конькиҙары бар.
Һыуыҡтан һис тә ҡурҡмайса,
Тауҙан саңғы шыуалар.
Мин дә көндә тышта йөрөп,
Өшөп өйөмә ҡайтам.
Бурандары күп булһа ла,
Ҡыш миҙгелен яратам.
Резеда Хәсәнова.
7-се синыф уҡыусыһы.
Минең этем
Аҡтырнаҡ өй һаҡлай,
Мин уны ашатам.
Тоғро эт булғанға
Уны бик яратам.
Бесәйем
Бесәйем ярата
Колбаса ашарға.
Һөт эсеп алғас та,
Тотона уйнарға.
Зәлиә Мәхмүтова,
5-се синыф уҡыусыһы
Бесәйем
Бесәйем – минең Мурка,
Сысҡан тоторға ярата.
Уны уйнатҡан саҡта,
Бөтәбеҙҙе ҡарата.
Ул маҡтана зше менән:
Ялҡау түгел һис кенә.
Сысҡаны ла бик бәләкәй,
Үҙе кеүек кес кенә.
Вәлиә Әхмәҙиева,
5-се синыф уҡыусыһы
Яратам
Мин һине ашатам,
Һин мине көлдөрәң.
Туҡтауһыҙ уйнайһың,
Арымай йүгерәң.
Яратам бигерәк,
Минең бәләкәйем
Йомшағым, аппағым,
Матурҡай бесәйем.
Эльза Хәсәнова,
5-се синыф уҡыусыһы

Читайте нас: