+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2021, 15:31

Ауылымдың ғорурлығы – минең олатайым.

”...Килер бер көн,яуыз дошмандарҙы тармар итеп, Еңеү даны менән ҙур урамдарҙа оло байрам яһап йөрөрбөҙ. “

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл.
“ Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” Конкурсҡа.
Ауылымдың ғорурлығы – минең олатайым.
..”..Килер бер көн,яуыз дошмандарҙы тармар итеп, Еңеү даны менән ҙур урамдарҙа оло байрам яһап йөрөрбөҙ. “
Минең олатайым Мырҙғалин Абдрахман Мырҙағәли улы Белорет районы Ноҡат ауылында йәшәгән. Илебеҙгә дошмандар ябырылғас ул беренселәрҙән булып һуғышҡа китә. Ул
«Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ» тип ауылдаштары менән һаубуллаша.Һуғыштың тәүге көндәре бик ауыр була .Дошман көслө, ҡоралдары яҡшы, ләкин минең олатайым бирешмәгән.
1942 йылдың 15 июленән бөйөк Еңеүгә еткәнсе ул уҡсы полкта һуғыша,фашистарҙы ҡыра,туҡмай.
Тәүҙә Сталинградты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуңынан Курск дугаһында фашист танктарына ҡаршы һуғышалар.Унда ул немец танкыһына граната ташлай, шартлата. Бына ниндәй булған минең олатайым ! Ә 22 апрель 1945 йылда “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградлана. Ете тапҡыр ҡаты яралана. Фашистарҙы еңеп,Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индереп 1945 йылдың август айында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Минең олатайым яу яланында фашистарҙы ҡыйратһа, ә өләсәйем тылда көндө төнгә ялғап еңеү
Өсөн урман ҡырҡҡан, һал ағыҙған.
Олатайым ауылды, илде күтәреү өсөн Инйәр леспромхозында эшләй башлай. Был ауыр осорҙа ла һынатмай минең олатайым. Ул оҫта һунарсы, балыҡсы булған. Урман хужалығында эшләгән хеҙмәтелә юғары баһаланған.
Мин олатайым менән ныҡ ғорурланам. Уның батырлығына тап төшөрмәҫкә тырышам. Тыуған
Республикама кәрәкле кеше булып үҫергә ,шуның өсөн бик тырышып уҡыйым, йәмәғәт эштәрен дә актив ҡатнашырға тырышам.
Мурзагалин Абдрахман олатай.
Айһылыу Мырҙағәлина
Белорет районы,2-се һанлы Инйәр урта мәктәбе уҡыусыһы.
Конкурс. «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн.»
... Беҙҙең бала саҡты һуғыш урланы...
Минең өләсәйем Әнисә Айнулла ҡыҙы 26 февраль 1940 йылда Белорет районы Арышпар ауылында тыуа. Уға рәхәтләнеп уйнап үҫергә насип булмай.Һуғыш башланғас та атаһын дошманды ҡыйратырға китә.Әсәһе ҡулында күмәк балалар ҡала. Тамағы ашға, өҫтө кейемгә туймай уҡырға төшә. Ул оҙаҡ йылдар ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләй.Әнисә өләсәйем бер ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмай хөкүмәткә бесән эшләргә, миннек бәйләргә лә йөрөй.
Олатайым мәрхүм булғас бер үҙе өс баланы ҡарап үҫтерә. Өләсәйем лайыҡлы рәүештә хаҡлы ялға сыҡты.
Ул миңә «Хәҙер һеҙгә уҡыр өсөн бөтә нәмәлә бар,китап , дәфтәр, ручкаларһың да төрлөһө бар, кейемдә күп, тырышып уҡығыҙ, тәртипле булығыҙ, тине » Мин өләсәйемдең әйткән һүҙенә тап төшөрмәйенсә тырышып уҡырға тырышам, илебеҙ тыныс, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын ине тип теләйем.
Юлиә Хисамутдинова.
Белорет районының 2-сеһанлы Инйәр урта мәктәбе уҡыусыһы.
Олатайым – минең ғорурлығым!
Минең ҡарт олатайым Ағзамов Хәбибулла Насибулла улы Айыс ауылында тыуып үҫкән. Күмәк балалы ғаиләлә хеҙмәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнгән була унда. Һуғыш йылдарында олатайым ағас ҡырҡыу эшендэ эшләй. Ул һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәр буйынса, һуғыш йылдарында ағастарҙы ҡыҫҡа итеп ҡырҡып, тейәп, Белорет металлургия комбинатына оҙатҡандар. Ул замандарҙа Белорет ҡалаһында ҡорал да етештергәндәр икән хатта. Яҙын-көҙөн боҙло һыуҙы кисеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырыуға уҙенең дә өлөшөн керетә 13 йәшлек үҫмер. Шундай ауыр ваҡытта ла һынмаған, бирешмәгән минең олатайым. “Өҫкә кейергә йүнле кейем, ашарға икмәк мул булмай торғайны”, - тип хәтерләр булған тыл ветераны.Һуғыштан һуң уҙенең ғаиләһен ҡороп, шулай уҡ тырыш, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтерә өләсәйем менән. Тыныс тормошта инде Хәбибулла олатайыма ревизор, һатыусы кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә тура килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул бер ваҡытта ла һынатмай. Сөнки бәләкәйҙән сынығып үҫкән, тырышлыҡ, ғәҙеллек тигән төшөнсәләрҙе ныҡлы үҙ иткән. Мин олатайым менән ғорурланам. Киләсәктә уҙем дә, уның кеуек, Тыуған илгә кәрәкле кеше булып үҫергә теләйем. Ер йөҙөндә тик һуғыш булмаһын. Илебеҙ тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын!
Агзамов Хабибулла олатай.
Ғәлин Рәдиф,
2-се Инйәр урта мәктәбенең
3 класс уҡыусыһы.
Конкурс.Бөйөк Енеүгә 75 йыл.
«Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн !»
Бөйөк Еңеүҙә уларҙыңда өлөшө бар.
Минең бабайым Фазылов Иксан Ғимран улы 1927 йылда Белорет районы Ноҡат ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килә.Ғаиләлә иң оло бала булғанлыҡтан бөтә
донъя йөгө уның елкәһенә төшә. Атаһы һуғышҡа алынғас , 13 йәшлек малай йөшен ике йәшкә
оло итеп алдап , икмәк , ғаиләне ҡарау маҡсатынан эшкә сыға.Оло кешеләр менән ағас ҡырҡа, Ноҡат йылғаһында һал ағыҙа. Оло кешеләр менән бергә юл ботайҙар, юл төҙөү эштәрендә эшләйҙәр.Әгәр норма тулһа, бер ккилограмм икмәк бирелә. Шуның өсөн бик тырышып эшләнек, тип һөйләгән олатайым.Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан эшкә сыҡтыҡ, прогул яһаманыҡ. Бараҡтарҙа йәшәнек,бер-беребеҙгә шул тиклем иғтибарлы булдыҡ. Бер аҙнаға , йәки бер айға ситкә китеп тә эшләй торғайныҡ.
Минең бабайым 1951 йылда Совет Армияһына алына. Һуңынан Инйәр леспромхозында алдынғы урман ҡырҡыусы булып эшләгән. Уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар.
Мин Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән олатайым менән ғорурланам. Тыуған республикама кәрәкле кеше булып үҫергә теләйем.
Гүзәлиә Мирасова.
Белорет районының 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбе уҡыусыһы.
2020 йылда “Аманат” журналдында үткрелгән “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында ҡатнашыусылары.


Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Моратшина Әлфиәнең һүрәте.
Читайте нас: