Еңеү яулап ҡайтҡан беҙгә.
-Киләсәгем – тыныс тормош!
-Рәхмәт! Рәхмәт, олатайым!
(Искәндәров Асман КБГИ 2а класы)
(Хисаметдинов Вадим КБГИ 2а класы)
(Йәнбирҙин Рамаҙан КБГИ 2а класы)
Ҡарт олатайыма әйтер һүҙем.
Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай!
(Резбаева Ләйсән КБГИ 2а класы)
Борон борон заманда тауыҡ менән төйлөгән бик дуҫ булғандар ти. Төйлөгәндең матууур муйынсағы булған икән. Тауыҡ дуҫының муйынсағын тағып йөрөргә һорап торған. Урамға уйнарға ла тағып сыҡҡан. Уйламағанда яңылыштан ғына муйынсаҡ өҙөлөп китеп, мәрйендәре үлән араһына ҡойолоп, юғалған да бөткән. Тауыҡ уларҙы эҙләп тә ҡараған, тик таба алмаған. Төйлөгәндән ғафү үтенеп тә ҡараған, тик төйлөгән: “Әгәр ҙә минең муйынсағымды табып килтермәһәң, мин һинең себештәреңде ташып бөтөрәм”, - тип асыуланған. Ошо көндән алып уларҙың дуҫлығы бөткән ти. Ә тауыҡ муйынсаҡ мәрйендәрен табып булмаҫмы икән тип тибенә лә тибенә икән һаман.
Берҙәм булмаһаң шул яман.
Туған ҡәҙерен белмәһәң шул яман.
Бәләкәстәрҙе йәберләһәң шул яман.
Һуғышып йөрөһәң шул яман.
Тәртипһеҙ булһаң шул яман
Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, гөрләтеп донъя көткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята.Ошондай ғаиләләрҙең береһе – минең олатайым һәм өләсәйемдәр ғаиләһе.Улар тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп Бәләкәй Үтәш ауылында донъя көтәләр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны башҡаларға таратып йәшәргә ярата өләсәйем менән олатайым.
Минең олатайым – Афған һуғышы ветераны. Ул 1968 йылда тыуған. Йәше еткәс, хәрби хеҙмәткә алына. Алты ай Төркмәнстанда “өйрәнсек” булғандан һуң, разведрота составында Афғанстан еренә аяҡ баҫа. Яңы ғына әрмегә алынған йәш егет ут эсенә барып инә. Олатайым ауырлыҡтарға бирешмәй, батырҙарса көрәшеп, Тыуған ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы үтәп ҡайта. Әлеге ваҡытта ул – ауыл депутуты.Ысын коммунист булып, һаман да ғәҙеллек, дөрөҫлөктө яҡлап, ауыл өмәләрендә: ауылдаштарға һәйкәл ҡуйыу, зыярат кәртәләү, шишмә таҙартыу, һәм башҡа йәмәғәт эштәрҙә актив ҡатнашып йәшәй олатайым.
Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта өләсәйем үҙенең тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Гел генә кешеләргә мөләйем булып, йылмайып торған яғымлы өләсәйемде барыһы ла ярата, хөрмәт итә.Өләсәйем спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Волейбол, еңел атлетика, ҡышын саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашып, урындар алып ҡайта.
Олатайым менән өләсәйем ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хѳрмәтен яулаған.Тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәгән олатайым, өләсәйем менән ғорурланам!
(Дим Рәхимов КБГИ 2а класы)
Бөгөн ҙуууур байрам - ти өләсәйем! Ниндәй байрам һуң? Төпсөнә торғас, белдем! Бынан теүәл бер быуат элек, Башҡортостаным Рәсәйҙәге тәүге милли автономиялы республика булып киткән икән. «Был автономия еңел генә бирелмәне. Халҡыбыҙға уны ҡулына ҡорал тотоп яҡларға, ауырлыҡтар, донъяны тетрәткән ваҡиғалар аша үтергә тура килде... Граждандар һуғышы башланды...Ул осорҙа кешеләр ике ут эсендә ҡалып, әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлдө, яҙмыштары һәләкәткә осораны
Бөгөнгө көндә Башҡортостаным 100 йыллыҡ юбилейын тултырып , яңынан яңы үрҙәр яулап алға атлай. Республикамдың бөгөнгө көндә сәскә атыуы – республикабыҙҙың аҡыллы, уңған улдары һәм ҡыҙҙарының хеҙмәт емеше. Ошо тырыш улдар араһында, республикамдың йәштәше – Уйылдан Әйүп улы Шәрипов та бар. Ул 1923 йылдың 10 ғинуарында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. Ул бала сағында ауыр тормошта, мохтажлыҡта, бәләкәйҙән эшкә сынығып үҫә. 1942 йылдың февралендә һуғышҡа китә. Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Идрица исемендәге дивизияның 710-сы полкында разведчик булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың ғинуарында дивизия һөжүмгә күскәс , танк десантсыһы булып ауыл һәм ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың мартында ҡаты яраланып, госпиталдәрҙә дауаланып, инвалид булып, ике ҡултыҡ таяғына таянып 27 июлдә өйөнә ҡайта, ә атаһы илебеҙ азатлығы өсөн һуғышта һәләк була.
Уйылдан ағай һуғыштан һуң педагогия училищеһын, институтын тамамлай һәм райондың төрлө мәктәптәрендә диретор ярҙамсыһы, директор булып эшләй. Уйылдан ағайҙы ауылдағы «Йондоҙ » колхозының партия ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Пенсияға сыҡҡас ул кадрҙар бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Уның хеҙмәт стажы 54 йылдан да артыҡ. Уйылдан ағай тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың бергә ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 75 йыл. Уйылдан Шәрипов БАССР Юғары Советы Президиумының маҡтау грамоталары, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Халыҡҡа ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып йәшәй. Әле лә кәңәш һорап илеүселәр ағымы өҙөлмәй. Балаларының, оноҡтарының , ауылдаштарының матур йәшәүен күреп Уйылдан ағай оло кинәнес таба. Бала саҡтан уҡ шиғыр яҙыу һәләте әле лә уға дәрт бирә. «Илһам шишмәләре» бәйгеһендә ҡатнашып еңеүсе булып таныла. Бөгөнгө көндә Уйылдан бабайҙың 22 китабы донъя күргән. Уның мәҡәләләре әле лә төрлө гәзиттәрҙә сығып тора»– тип, һөйләне өләсәйем. Үҙем өсөн бик күп яңы нәмәләр белдем мин !
Уйылдан бабай яҡын ғына йәшәй икән. Өләсәйем менән уларға ҡунаҡҡа ла барып килдек. Уға үҙемдең яңынан яңы тыуып торған һорауҙарымды бирҙем, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның һөйләгәндәрен видеояҙмаға ла төшөрҙөм, уның менән фото төштөм. Уйылдан бабай атай-әсәйемде, туғандарымды, уҡытыусыларымды һәм бөтә кешеләрҙе хөрмәт итергә, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә ҡушты !
Уҡытыусым «Республикамдың йәштәше » темаһына инша яҙырға ҡушҡас, тап ошо көн һәм Уйылдан бабай иҫемә төштө.
Республикамдың йәштәше йөрәк һәм тән һыҙлауҙарына бирешмәйенсә тырышып, алдына яңы маҡсаттар ҡуйып, йәшәп ята. Рәхмәт һеҙгә, Уйылдан бабай! Рәхмәт һеҙгә ветеран !
(Диана Кәлимуллина КБГИ 2а класы )
2020 йылда “Аманат” журналдында үткрелгән “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында ҡатнашыусылары.