-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2021, 14:59

Олатайым менән өләсәйем ғорурлығым!

Бөйөк Еңеүҙе олатайым Германияла Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Бөйөк еңеүҙең 75йылына арнап
Тиҙҙән илебеҙ Бөйөк еңеүҙең 75йыллығын байрам итәсәк.Күп ваҡыт кеүек... Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай.
Мин дә үҙемдең ҡарт олатай-өләсәйем тураһында яҙып китергә теләем.Нуритдин олатайым да,Нәзифә өләсәем дә тыныслыҡ өсөн,Тыуған ер өсөн көрәшкәндәр. Береһе һуғыш яланында көрәшә, икенсеһе тылда.
Нуритдин олатайымда 1941йылда, һуғыш башланыу менән бүтән йәш егеттәр менән бергә ауылдан фронтҡа алына. Күпме кешегә ҡайғы-хәсрәт килтергән Бөйөк Ватан һуғышы шулай башлана. Олатайым тәүҙә ябай һалдат булып, шунан Украина фронтында немец фашистарына ҡаршы көрәшә, һуңынан батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн разведкаға алалар.1944 йылда ул,ҡаты яраланып,госпиталдә ята. Яралары оҙаҡ йүнәлә уның. Шуға ҡарамаҫтан,яраһы төҙәлгәс тә, яңынан фронтҡа китә.Уҡтан төҙ ата белгән һалдатты 234-се дивизия полкында уксы итеп ҡуялар. Шунан олатайым немецтарға пленға эләгә.Меңәрләгән һалдаттар араһында минең Нуритдин олатайым да йәнен-тәнен аямай илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкән.
Бөйөк Еңеүҙе ул Германияла Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.
Өләсәйем һәм туғандары олатайыбыҙҙы һуғышта һәләк булған,хәбәрһеҙ юғалған,тип уйлап бөткәндәр.Әммә ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәп, Нуритдин олатайым 1946 йылдың аҙағында тыуған яғына ҡайтып төшә.Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәтелгән батырлығы онотолмай уның-миҙалдары бер-бер артлы эҙләп таба совет һалдатын. Тантаналы рәүештә уның күкрәгенә “Батырлыҡ өсөн” Миҙалын тағалар.
Ә өләсәйем Нәзифә Хиббәт ҡыҙы Хәлисова-тыл ветераны.Бала сағы артыҡ иркәләмәй уны. 11 йәшендә генә атаһы һәм әсәһе ҡаты ауырып гүр эйәһе булалар.Ғаиләлә ун бер бала етем тороп ҡалалар. Ҡул араһында ингәндәре үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, бер-береһенә ярҙам итеп көн иткәндәр, ә бәләкәстәрҙе балалар йортона оҙатҡандар.Өләсәйемде өлкән Әширәф ағаһы үҙенә алып ҡалған.Һәр эшкә тилбер өләсәйем бала ғына булыуына ҡарамаҫтан,шул ғына йәшендә күлдәк теккән,ҡорама юрғандар ҡорған,ағаһының ғаиләһенә ярҙамға үҙ өлөшөн индергән.
Бөтә тыл эштәренең ауырлығы талдай нескә генә өләсәйемдең дә иңдәренә төшкән. Ул 1942-1945йылдарҙа Әүжәндә билдән ҡар йырып ағас йыҡһынмы, Ҡыҙыл йылғаһының һалҡын һыуҙарын кисеп һал ағыҙһынмы-шундай ир-егеттәр күтәрмәҫлек эштәргә егелгән.
Фронтавик олатайым менән алты балаға ғүмер бирәләр.Улар икеһелә ең һыҙғанып колхоз эшендә эшләйҙәр.Өләсәем һөйләүенсә Нуритдин олатайым егәрле, тыйнаҡ, изге күңелле, ярҙамсыл кеше булған.Яҡшы эшләгәне өсөн уға 1987йылда “Хезмәт ветераны” исеме һәм миҙалы менән бүләкләнә.Оҙаҡ йылдар олатайым почтальон булып та ауылдаштарын хеҙмәт иткән.Ә өләсәйем колхозда 1951-1976йылдарҙа икмәк бешерә, ауыл кешеләренә мейес сығара,матур-матур күлдәктәр тегә. 45 йыл иңгә-иң терәп,матур ғүмер кисерәләр.Әйткәндәй уларҙың кесе улдары Хәлисов Урал апам да 1982-1985йылдарҙа Афган һуғышында ҡатнашҡан һәм яугир-интернационалист хәрби бурысын намыҫ менан үтәгән.
Бөгөнгө көндә лә 94 йәшлек өләсәйем йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә.Биш намаҙын ҡалдырмай,бөтә донъяға тыныслыҡ теләп,аяттар уҡып ултыра. “Бына,балам, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, донъялар имен торһон”-ти һәр ваҡыт өләсәйем.Мин ҡәҙерле өләсәйемдең аяҡ-ҡулдарының һыҙламауын,беҙҙең менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булыуын теләйем.
Ошо Бөйөк Еңеү көнө яҡынайтыуҙа минең ғаиләмдең дә өлөшө булыуына сикһеҙ ғорурланам.
Хәлисов Даян 4 се-класс уҡыусыһы.
Ишбулды ауылы, 2020 йылда “Аманат” журналдында үткрелгән “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында ҡатнашыусы.
Читайте нас: