23 февраль - Ватанды һаҡлаусы көнө.
Беҙҙең геройҙарыбыҙ – батыр һәм ҡыйыу олатай, атай, ир-егеттәребеҙ байрамы бөгөн!
Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы һаҡлап, яҡлаусы ир-егеттәрҙе байрамдары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Был байрам ил һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙәре менән дә ҡәҙерле. Сөнки илебеҙҙе дошмандан һаҡлау - ир-егеттәребеҙҙең иң изге бурысы булып һаналған, һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт ителгән, данланған.
Беҙ Рәсәйҙең именлеген һәм тыныслығын һаҡлаусы, уның хәүефһеҙлеген тәьмин иткән армиябыҙ менән һәр саҡ ғорурландыҡ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Хөрмәтле ир-егеттәребеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ яҡты, изге булhын!
Тормош матур зәңгәр күктә