+25 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраля 2021, 09:51

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" ойошторола.

Башҡортостан ҡурсаулығындағы "Башһырт" экологик-этнографик үҙәгендә 27 февралдә "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" ойошторола.

Сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай, ҡатнашыусылар ҙа артҡандан-арта. Быйылғы программала бик бай: "Ылаҡ" уйыны, ат сабышы, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры. Шулай уҡ быйыл тәүгә "Ылаҡ" ярышында еңгән командаға "Күсмә кубок" тапшырыла.
Читайте нас