Бында ҡатнашыусылар 2021 йылда ҡабул итеү үҙенсәлектәре, яңы индерелгән үҙгәрештәр хаҡында беләсәк, юғары уҡыу йортондағы әҙерлек йүнәлештәре һәм белгеслектәр хаҡында презентация ҡараясаҡ. ӨДАТУ вәкилдәре уҡыу өҫтөнлөктәре, ташламалар, матди дәртләндереү һәм студенттарға ярҙам хаҡында тулыраҡ һөйләйәсәк. Буласаҡ абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та аласаҡ. Был сара киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.