Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 15:08

Конкурс еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ!

“Һис бирмәгән башҡорт Уралын!” конкурсы еңеүселәрен ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ватанды һаҡлаусы көнө айҡанлы “Аманат” журналы “Һис бирмәгән башҡорт Уралын!” тип исемләнгән Интернет-конкурс иғлан иткәйне.
Конкурста ҡатнашыу өсөн хәрби-патриотик темаға йырлап, бейеп, йәки көйҙәрҙе музыка ҡоралында уйнап, шулай уҡ ҡул эштәре, һүрәт, үҙең ижад иткән шиғырҙы һөйләп, видеоға төшөрөп, беҙгә ебәрергә кәрәк ине.
Видеояҙмаларығыҙҙы, фотоһүрәттәрегеҙҙе #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында күрҙек.
Йәмғеһе утыҙға яҡын эш алдыҡ. Конкурсҡа килгән һәр бер эш – маҡтауға лайыҡ! Берҙәм, әүҙем, тырыш, оҫта, һәләтле, ихлас булғанығыҙ өсөн барығыҙға ла шәхсән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Сығышығыҙҙы ҡарап ғорурландыҡ, матур һүрәттәрегеҙҙе, ҡул эштәрегеҙҙе күреп һоҡландыҡ! Һәр берегеҙгә айырым – “АФАРИН”! Балаларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәргә, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, айырыуса, рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
Күмәк һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы айырым номинацияға бүлдек. Һәр номинацияла өсәр урын билдәләнергә тейеш ине. Балаларҙың тырышлығын, оҫталығын иҫәпкә алып, урындарҙы күберәк булдырҙыҡ.
“Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булыусы балаларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уҡыуҙарында уңыштар, һаулыҡ, бәхетле, матур көндәр теләп ҡалабыҙ!
“Яңғыҙ башҡарыусы” номинацияһы еңеүселәре:
Лиана Мәхмүтова, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы. (Фортепианола ла, ҡумыҙҙа ла берҙәй оҫта уйнай).
Линар Илъясов, Әбйәлил районының Асҡар мәктәбе уҡыусыһы.
3. Азамат Ҡарағолов, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
4.Нурислам Ишемғолов, Хәйбулла районының Аҡъюл мәктәбҽ уҡыусыһы.
Мария Байдикова, Туймазы районының Серафим мәктәбе уҡыусыһы.
Диана Юлсурина, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусыһы.
“Күмәк башҡарыусы” номинацияһы еңеүселәре:
1.Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты тәрбиәләнеүселәре;
Баймаҡ районының Темәс мәктәбе уҡыусылары.>
3.Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары.
Баймаҡ ҡалаһының "Аманат" бейеү студияһы.
5. Баймаҡ районының 1-се Этҡол мәктәбе уҡыусылары;
6.Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары.
Конкурсҡа килгән барлыҡ эштәрҙе #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас в