+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 16:02

Шаран районында яңы мәктәп

Шаран ауылының 1-се мәктәбенә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн 250 урынлыҡ корпус төҙөгәндәр.

Был яңылыҡ тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Белем усағында бөтәһе 787 бала уҡый икән, шуларҙың 344-е - кескәйҙәр.
Яңы бинала 250 кешелек ашхана бар. Логопед, психолог, хеҙмәт кабинеттары, уйын бүлмәһе, синыф бүлмәләре матур итеп эшләнгән. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә шарттар булдырылған. Мәктәп "Мәғариф" милли проекты буйынса төҙөлгән.
Читайте нас: