+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2021, 21:54

Бөгөн Бөтә донъя тегенселәр көнө.

Тегенсе ҡыҙ(Гөлфирә Суюшеваға) Бик тә шәп бер тегенсе барИсемдәре - Гөлфирә, Ул теккән кейемгә ҡарап, Һоҡлана ара - тирә.

Тегенсе ҡыҙ
(Гөлфирә Суюшеваға)
Бик тә шәп бер тегенсе бар
Исемдәре - Гөлфирә,
Ул теккән кейемгә ҡарап,
Һоҡлана ара - тирә.
Ҡатын-ҡыҙға һәм ирҙәргә
Матур кейемдәр тегә.
Халҡының ниҙәр һөйгәнен
Гөлфирә яҡшы белә.
Күлдәк, камзул, бүректә
Шундай инде килешә
Һәр кешенең үлсәмдәрен
Тәүҙә алдан белешә.
Яҫтыҡ, мендәр эшләп һата
Төрлө һауыт-һабалар
Мосолман әйберенә лә
Гөлфирәгә баралар.
Гөлфирәләй тырыш ҡыҙҙар
Булһын ине күберәк,
Гөлфирәнең өлгөһөнә
Эйәреүселәр кәрәк.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
26.02.2021
Читайте нас: