1 мартта Рәсәйҙә бесәйҙәр көнө билдәләнә. Бесәйҙәр иң аҡыллы йорт хайуандары булып һанала. Күп халыҡтар ырым-ышаныуҙары буйынса, бесәйҙәрҙең туғыҙ йәне бар. Шулай уҡ йортҡа йәшәргә күскәндә, иң беренсе бесәйҙе индергәндәр. Ул өй эйәһе менән дуҫлашып, йорт хужаһына бәхет һәм тыныс тормош килтерә, тип ышаналар. Табиптар иҫәпләүенсә, бесәйҙе һыйпау – ҡан баҫымын нормаға килтерә, ә бесәйҙең мырылдауы стрестан арынырға ярҙам итә.