0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2021, 13:01

Исем ҡушыу йолаһы

Балаға Аҙанды артыҡ ҡысҡырмайса һәм һуҙмай әйтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм): “Аҙан әйтелгәндә, шайтан уны ишетмәҫ өсөн, ҡасыр..”- тине.

Мосолман ғалимдарының фекере буйынса, бала тыуғас та уға Аҙан әйтеү хәйерле була. Балаға Аҙанды артыҡ ҡысҡырмайса һәм һуҙмай әйтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм): “Аҙан әйтелгәндә, шайтан уны ишетмәҫ өсөн, ҡасыр..”- тине.
Әгәр бала тыуғас та Аҙан әйтелмәһә, уны исем ҡушҡанда һис шикһеҙ әйтерҙәр.
Ата-әсәләр өҫтөндә бала хаҡы бар, шул хаҡтың береһе яҡшы исем ҡушыу. Исемде бала тыуғас та ҡушырға ярай, шулай уҡ динебеҙҙең тәртибе буйынса етенсе көндө лә яҡшы. Был ата-әсәләрҙең өҫтөндә оло бурыс.
Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм): “Ҡиәмәт Көндө һеҙҙе үҙегеҙҙең исемдәрегеҙ һәм аталарығыҙҙың исемдәре менән саҡырырҙар. Шуға күрә балаларығыҙға яҡшы исем ҡушығыҙ!”-тине.
Исем ҡушыу йолаһы: баланы Ҡибла яғына аяғы менән арҡаһына ятҡырып һалалар, баланың баш өсөнда уң яҡ ҡолағына Аҙан әйтелә һәм Фәлән улы (ҡыҙы) Фәлән булһын тип 3 тапҡыр әйтелә, унан һул яҡ ҡолағына Ҡамәт әйтелә һәм шулай уҡ Фәлән улы (ҡыҙы) булһын тип 3 тапҡыр әйтелә. Унан иман-тауфиҡ теләп Ҡөрьән уҡып, доға ҡылына.
Баланың беренсе сәсен алыу.
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үәсәлләм): “Һәр яңы тыуған бала өсөн етенсе көнөндә ҡорбан (ғәҡиҡә) ҡылыу, башындағы беренсе сәсен ҡырыу һәм исем ҡушыу тейешле”- тип әйтте. Йәғни, етенсе көндө баланың сәсен ҡырыу йолаһы бар.
Баланың башындағы сәсе тулыһынса уң яғынан башлап ҡырыла. Ҡайһы бер ата-әсә был сөннәт булған йолаға битарафлыҡ күрһәтә. Белергә кәрәк, баланың беренсе сәсен ҡырыуҙа файҙа бар.
Унан алынған сәсте үлсәргә, һәм сәс ауырлығы күләмендә көмөш хаҡы менән саҙаҡа бирергә кәрәк. Алынған сәсте таҙа бер ерҙә күмеп ҡуйырға кәрәк.
Ғәҡиҡә.
Ғәҡиҡә- бала тыуғас етенсе көндө Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, мал-мөлкәт, хәл булғанса, салына торған ҡорбан.
Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, малай өсөн ике һарыҡ, ҡыҙ өсөн бер һарыҡ ҡорбан салыу яҡшы.
Ҡорбанлыҡ малына бер йәшлек, йәки унан олораҡ (һимеҙ булһа алты айлыҡ) һарыҡ алына. Ҡорбанлыҡ һарығы сәләмәт булырға, имгәк, сирле булмаҫҡа тейеш. Ғәҡиҡә ҡорбанын салғанда баланыҡ исеме менән салырға кәрәк.
Ғәҡиҡәға салынған малдың итен мөмкин мохтаж кешеләргә таратып бирергә лә, йәки туғандарҙы, дуҫтарҙы йыйып ғәҡиҡә мәжлесенә (бәпес туйына) бешереп ашатырға ла ярай. Әммә иң хәйерлеһе бер өлөшөн таратыу, икенсе өлөшөн мәжлескә ҡулланыу. Был ҡорбанлыҡ итен ата-әсәләргә ашарға рөхсәт ителә.Әгәр бала тыуғас етенсе көнөндә ғәҡиҡә ҡорбаны салына алмай ҡалһа, уны 14-се көндө, йәки 21-се көндө салырға ярай. Был көндәрҙә лә салынмай ҡалһа, ата-әсә был ҡорбанды уңайлы ваҡыттарында сала ала.
Ғәҡиҡә ҡорбанының һөйәктәрен балта менән ватып сапҡылау хәйерле түгел. Һөйәктәрҙе быуыны тирәһендә ипләп кенә бысаҡ менән бүлергә кәрәк.
Сөннәткә ултыртыу.
Был йола пәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған күркәм бер сөннәт йола булып тора.
Хәҙистә әйтелә: “Пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) ейәдәре Хәсән һәм Хөсәйен өсөн ҡорбан салды, һәм тыуғандарынан етенсе көндә уларҙы сөннәткә ултыртты.”
Сөннәткә ултырыу ул бик тә файҙалы йола. Ул ир-егеттәрҙә була торған, хирургия ысулы менән генә бөтөрә торған күп төрлө, мәҫәлән,фимоз, парафимоз, ҡайһы бер рак ауырыуҙары кеүек ауырыуҙарҙан һаҡланыу. Беҙҙең халыҡта сөннәткә ултыртыу йолаһын бала бер-аҙ үҫә төшкәс (3,5,7 йәшендә) үткәреү ғәҙәткә кергән. Был йәштә эшләнмәй ҡалһа, башҡа уңайлы бер ваҡытта эшләргә лә ярай.
Хәҙер беҙҙең әлеге ваҡытта сөннәткә ултыртыуҙы дауаханаларҙа хирургтар башҡара. Үҙ аллы сөннәткә ултыртыу ҡатғи тыйыла.
Сөннәткә ултыртыу йолаһын башҡарғанда, сөннәтләнгән малайҙарға бүләк һәм яңы кейем биреү, тәм-том менән һыйлау менән ғаилә байрамын үткәреү яҡшы.
Читайте нас: