+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2021, 13:38

КОНКУРС! КОНКУРС! КОНКУРС!

Ашҡынып-көтөп алған байрамыбыҙ – 8 март – Әсәйҙәр көнө яҡынлаша! Ошо күңелле мәл уңайынан “Аманат” журналы редакцияһы “Әсәйемде ҡыуандырҙым!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә!

Ашҡынып-көтөп алған байрамыбыҙ – 8 март – Әсәйҙәр көнө яҡынлаша! Ошо күңелле мәл уңайынан “Аманат” журналы редакцияһы “Әсәйемде ҡыуандырҙым!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә!
Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә, Әсә – иң яҡын кеше. Шуға күрә, конкурста ҡатнашыу өсөн йәш сикләүҙәре ҡуйманыҡ. Ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй ҡатнаша ала.
Конкурстың шарттары: байрам алдынан, бәлки, көндәлек тормошта Әсәйегеҙҙе (әсәйегеҙ кеүек күргән яҡын кешегеҙҙе) ныҡ ҡыуандырған сағыу ваҡиғаны тасуирлап яҙығыҙ. Ундай мәлдәр әлегә булмаған булһа, байрам алдынан яҡын кешегеҙҙе тиҙерәк ҡыуандырыу сараһын күрегеҙ. Яҙмаларығыҙҙы #әсәйемде_ҡыуандырҙым. хештегы аҫтында үҙегеҙҙең диуарығыҙҙа урынлаштырығыҙ.
Конкурсҡа йомғаҡ 9 мартта иғлан ителәсәк. Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре тапшырыласаҡ.
Барығыҙҙы ла конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Күркәм байрам алдынан “Әсәй” тигән изге исемгә лайыҡ булыусыларыбыҙҙы ҡыуандырырға ашығайыҡ!
#әсәйемде_ҡыуандырҙым
Читайте нас: