+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2021, 12:23

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә - “Етегән” байрамында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ғаиләләр Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәйге тотто. Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Өфө, Учалы райондарынан, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалаларынан килгән конкурсанттар “Ғаилә оҫталығы”, “Ғаилә ҡиммәттәре” һәм “Ғаилә ижады” тигән өс номинацияла билдәләнде. Быйыл ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялартапшырылды. Йөҙәр мең һумлыҡ сертификатҡа ғаилә оҫталығы номинацияһында Хәйбулла районынан Суриндар, ғаилә ҡиммәттәре номинацияһында Өфө районынан Мәхмүтовтар, ғаилә ижады номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар лайыҡ булды
Читайте нас: