Әсәй!Донъяла иң һылыуы әсә кеше. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да булып тора.
Минең әсәйем- Шәфиева Гүзәл Рим ҡыҙы. Ул 1991 йылдың 4 июлендә Ҡорманай ауылында донъяға килгән.
Әсәйем гөлдәр ярата. Йәй көнө баҡсала төрлө сәскәләр үҫтерә.Мин мәктәптән ҡайтыуға тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡуя.Ял көндәрендә беҙ саф һауала йөрөргә яратабыҙ.Әсәйем һәр кисте наҙлап йоҡлата, ә иртән һөйөп уята.
Мин шул тиклем бәхетлемен , сөнки әсәйем миңә ғүмер биргән .Әсәйем эргәлә булһа, шул тиклем рәхәт.
Ер йөҙөндә иң яҡшыһы, иң яҡыны –ул минең әсәйем.
Әсәйемдең исеме Гөлнәфис.Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.Беҙ уның менән баҡсала эшләргә, ял көндәрендә төрлө тәмлекәстәр бешерергә, китап уҡырға яратабыҙ.Мин әсәйемдең терәге, уны яҡлап , һаҡлап торам.
Минең әсәйемдең исеме Әлиә. Ул бик тырыш, яғымлы, мөләйем, матур әсәй. Әсәйем беҙҙе тәмле аштары менән ҡыуандыра.Беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа.Беҙ уны бик ныҡ яратабыҙ.
Әсәйемдең исеме Гөлнара.Мин уны шул тиклем ныҡ итеп яратам.Ул мине ҡолонсағым тип кенә йөрөтә.
Әсәйем минең матур, аҡыллы, эшһөйәр, яғымлы кеше. Уның бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ. Ә мин бигерәк тә ҡорот менән бишбармаҡ ашын яратам.Әсәйем минең өсөн иң яҡын кеше был донъяла, шуға мин уны бер ҡасан да ҡайғыртмаясаҡмын, уға терәк булып үҫәсәкмен.
Әсәйемдең исеме Резида. Уға 33 йәш. Әсәйем дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй.Минең әсәйем бик матур:ҡара бөҙрә сәсле, ҡуңыр күҙле. Ул бигерәк егәрле, аҡыллы, хәстәрлекле.Мин уны шул хәтлем яратам.
Минең әсәйем матур, яғымлы, унан тәмле еҫтәр сыға.Ни өсөн әсәйемдән тәмле еҫтәр сыға икән ?Сөнки әсәйем тәмле аштар , бәлештәр бешерә. Әсәйемде ҡосаҡлаһам, уны ебәрәһем килмәй.Өйҙә әсәйем үҫтергән гөлдәрҙән дә иҫ киткес тәмле еҫтәр тарала, сөнки уларҙы әсәйемдең ҡулдары үҫтерә. Мин әсәйемде яратам, өйгә йүгереп ҡайтам.
Минең әсәйемдең исеме Әлиә.Ул Талбазы башҡорт гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Уға 36 йәш. Әсәйем матур, аҡыллы,яғымлы, эшһөйәр кеше. Ул сәскәләр ярата. Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ. Мин әсәйемә ярҙам итәм: өй йыйыштырам, һауыт-һаба йыуам.Әсәйемде бик яратам!Уның менән ғорурланам.
Ауырғазы районы Талбазы Башҡорт гимназияһының икенсе синыф уҡыусылары.