-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2021, 14:19

“Әсәйҙәргә шиғри гөлләмә

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Аманат” жумналы хезмәткәрҙәре. Баймаҡ ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбенең 5-се “А” синыфы уҡыусыларынан “Әсәйҙәргә шиғри гөлләмә” исемеле шиғырҙар шәлкемен Һеҙҙгә ебәрергә булдыҡ.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Аманат” жумналы хезмәткәрҙәре. Баймаҡ ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбенең 5-се “А” синыфы уҡыусыларынан “Әсәйҙәргә шиғри гөлләмә исемеле шиғырҙар шәлкемен Һеҙҙгә ебәрергә булдыҡ. (Етәксеһе Хисмәтуллина А.С.)
Әсәйем байрамы.
Әсәкәйем, байрамыңа
Ниҙәр буләк итәйем?
Мин бит һиңә тыныс тормош.
Бәхетле көн теләйем.
Әсәкәйем байрамыңа
Ни бирһәм дә аҙ һымаҡ.
Күңелемдәге рәхмәтем
Ярҙан ашҡан һыу һымаҡ.
Әсәйемә бүләк итеп
Тик бишлеләр алайым.
Әсәйемдең байрамыңда
Уны шулай ҡотлайым.
Хәдиджә Ғәбдүлмәнова.
Өләсәйем.
Мин бәхетле эргәбеҙҙә
Өләсәйем булғанға.
Тәмлекәстәрен бешереп
Гел йылмайып торғанға.
Сәскәләре баҡсаһында
Нур һибәләр йәм биреп.
Сыр-сыу килә өй ҡоштары
Бесәйе иркәләнеп.
Өләсәйем-өләсәйем,
Әлдә һин бар эргәлә.
Шундай өләсәй булырға
Яҙһын ине миңә лә!
Хәдиджә Ғәбдүлмәнова.
Әсәйемә
Әсәйемдең тыуған көнөнә
Мин теләйем теләктәр.
Оҙон булһын ғүмере
Һаулығы ташып торһон.
Уның көләс йөҙҙәре
Һәр ваҡыт балҡып торһон.
Аҡ бәхеттәр, шатлыҡ менән
Һәр көнө тулып торһон.
Наҙгөл Талипова
Әсәкәйем
Әсәкәйем шундай уңған-
Атламай ул йүгерә.
Ниндәй генә эш булһа ла
Әллә нисек өлгөрә.
Өйҙә гөлдәр үҫтерә.
Тәмле аштар бешерә.
Эшендә лә иң алдыңғы.
Бар ергә лә өлгөрә.
Ғазим Сыртланов
Әсәйемде ҡотлайым.
Әсәйемде етеп килгән
Байрам менән ҡотлайым.
Һаулыҡ, бәхет шатлыҡтар
Һәр саҡ һиңә килһендәр.
Әсәйем – әсәкәйем,
Һин тип тибә йөрәккәйем.
Алтыным – алтынҡайым,
Һин минең матурҡайым.
Һинең наҙлы күҙҙәреңдән
Ҡояш нурҙары килгә.
Әсәй – иң ҡәҙерле исем
Рәхмәт донъябыҙ өсөн!
Әйзилә Әюпова
Әсәйемә
Әсәй, бер генәм, матур гөл генәм,
Янымда һәр саҡ, бул һин гел генә.
Шатлыҡҡа тулһын һинең йөрәгең.
Һәр көн балҡыһын нурлы күҙҙәрең.
Әдилә Юнысбаева
Яҙ.
Тып-тып итеп яҙғы тамсы
Тамып торһа,
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып
Оя ҡорһа,
Ҡар һыуҙары шишмә булып
Ағып торһа,
Ҡояш апай зәңгәр күктә
Көлөп торһа,
Яҙҙы күреп иптәштәрем
Эй ҡыуанһа,
Шатлығымдан күңелемдә
Шиғыр тыуа.
Хәдиджә Ғәбдүлмәнова.
Читайте нас: