+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2021, 12:35

Тәмле кәнфитте үҙебеҙ эшләйек!

Көтөп алған байрамыбыҙ - 8 март - Әсәйҙәр көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан "Аманат" журналының дуҫы Арыҫлан Ҡырымсурин һеҙгә тәмле кәнфит эшләү серҙәрен өйрәтә. (Дауамы - сайтта)

Тәмле кәнфитте үҙебеҙ эшләйбеҙ!
8 март байрамы хөрмәтенә үҙе тәмле, үҙе файҙалы булған берәй тәмлекәс тәҡдим итергә уйланыҡ дуҫтарыбыҙға. “Һеңлекәш” нәфис фильмындағы Йәмил роле аша барыбыҙға ла яҡшы таныш Арыҫлан Ҡырымсурин беҙҙең теләгебеҙҙе тормошҡа ашырҙы. Төп эше – уҡыуҙан тыш музыка, бейеү менән шөғөлләнә, инглиз телен тәрәндән өйрәнә артист егетебеҙ. Рәсәй ҡалалары буйлап төрлө осрашыуҙарға ла йыш сыға. Бына шундай әүҙем егет, үҙенең интернет-төркөмдәрендә файҙалы аҙыҡтар эшләп, дуҫтарын һөйөндөрөргә лә ваҡыт таба. Байрам алдынан әсәһен, өләсәһен һәм һеңлеһен тәмле кәнфиттәр менән һыйлай.
Арыҫландың кәнфиттәре тәбиғи аҙыҡтарҙан эшләнгән, магазиндыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Иң мөһиме шәкәр ҡушылмаған. Иммунитетты ла күтәрергә ярҙам итер, ололарға ла, балаларға ла берҙәй файҙалы булыр тип ышанабыҙ.
Йыуып әҙерләгәнгән, ҡоро, кипкән сәтләүектәрҙе, емештәрҙе, һәр береһен айырым ит турағыс аша үткәрәбеҙ.
Кәнфит эшләү өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ:
Ярты кило (ҡатнашмаһын, ауырлығын үҙегеҙсә самалағыҙ) кипкән емеш, сәтләүек үткәрмәһен бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Бер әфлисунды ит турағыс аша үткәреп, ҡушып ебәрергә лә була. Ошо ҡатнашмаға 4-5 ҡалаҡ бал (ҡуйы булһа, утта йылытып алабыҙ) өҫтәйбеҙ (үҙегеҙгә нисек оҡшай). Тәменсә семетем генә корица, кардамон, ике ҡалаҡтай лимон һуты өҫтәргә була. Был массанан уртаса ҙурлыҡта йоморҡастар әүәләйбеҙ. Шарҙарҙы кокос онтағында, мәк орлоҡтарында әүәләп алырға ла, матурлыҡ өсөн өҫтөнә аҡ йәки ҡара кунжут һибеп сығабыҙ. Иң мөһиме тәмле булһын, ә биҙәлешен үҙегеҙҙең фантазияға ҡарап эшләгеҙ. Бүләккә тигән кәнфиттәрҙе матур ҡумтаға, йәки ыҡсым кәрзингә теҙеп һалып, сағыу таҫма менән биҙәп ҡуйырға була.
Байрам хөрмәтенә яҡындарығыҙҙы әлеге кәнфиттәр менән һыйлап, ҙур ҡыуаныстар кисерерһегеҙ. Сөнки улар күңелегеҙҙе һалып эшләгән һеҙҙең ижад емешегеҙ.
БЕЛЕШМӘ:
Кипкән емештәрҙә витаминдар күп тупланған. Шуға ла улар иммунитетты күтәреүе, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыуы, эсәктәргә ыңғай тәьҫире менән файҙалы икән. Был кипкән емештәрҙә тупланған фруктоза, глюкоза углеводтарын, минераль матдәләрҙе беҙгә йомарт тәбиғәт үҙе бүләк итә.
Күрәгә йөрәк ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуына, ашҡаҙан-эсәк, аҙ ҡанлылыҡ, күреү һәләте кәмегәндә, ҡан әйләнешенә ярҙам итә. Сәстәрҙе матурлай, тирене йәшәртә.
Ҡара емеште (йөҙөм) борондан дауалау өсөн ҡулланғандар. Ҡан баҫымы юғарылығында, атеросклероздан дауалай, ашҡаҙан-эсәк юлдарын, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, токсиндарҙы сығара. Йөҙөм ҡанды таҙарта, гемоглобинды күтәрә, стресс, депрессияларҙан һаҡлай. Йөҙөмдө гел генә ашап торғандарҙың йөрәге сәғәт кеүек эшләй, мейе эшмәкәрлеген яҡшыра. Үҫмер саҡта тән үҫешенә ыңғай йоғонто яһаусы бөтөн булған туҡлыҡлы матдәләргә лә бай был емеш.
Инжир – тын юлдары, аҙ ҡанлылыҡ, шәкәр диабеты, яман шеш, юғары ҡан баҫымын дауалауҙа өҫтәмә сара булып тора. Һөйәк системаһын да нығыта.
Финик хроник арыуҙы, юғары ҡан баҫымын, йоҡоһоҙлоҡто, депрессияны дауалай.
Аллергия, тын ҡыҫылыуы (астма), бөйөрҙә таш булғандарға, ашҡаҙан-эсәк юлдары менән яфаланыусыларға был кипкән емештәрҙән ауыҙ итеүҙән тыйылып торорға кәңәш итә табиптар.
Организмға файҙаһы күберәк булһын өсөн һатып алғанда емештәрҙе дөрөҫ һайлай белергә лә кәрәк.
Мәҫәлән, күрәгә, бер ниндәй тапһыҙ, көрән, йәки ҡыҙғылт һары төҫтә, ә ҡара емеш классик ҡара, ҡатыраҡ, шыма ғына, эсе тығыҙ булырға тейеш. Йөҙөмдө һатып алғанда “ялтыр” булыуына, “матур”лығына ҡыҙмағыҙ, киреһенсә, төҫһөҙөрәге, емештең һабағы булғаны файҙалы. Инжирҙы бик ҡоро, ҡаты булмағанын һайлайбыҙ. Аҡһыл көрән, ялтырауыҡһыҙ, бер ниндәй тапһыҙ ҡабыҡлыһы тәбиғи булыр. Ҡытыршы тышлыһы глюкоза, йәки ныҡ татлы икәнлеген күрһәтә. Финиктарҙың ҡарараҡ төҫөн, мотлаҡ һөйәге булғанын, бер аҙ шырышҡанын, йомшағын, бөтөнөн, тиреһе ярылмағанын һайлайбыҙ. Финик менән инжиҙы сифатлы картон ҡаптарҙа һатып алыу уңайлы. Кипкән емеште ҡулланыр алдынан ҡайнар һыу менән бешекләп алырға кәрәк. Буяуы һәм химия ҡатнашмаһын сығарыр өсөн 15-20 минутҡа эҫе (ҡайнар түгел) һыуҙа ебетергә һалабыҙ. Грек сәтләүеген, миндаль, арахис, фундукты йыуып, икмәк мейесендә 150 градуста 10 минуттай талғын ғына киптереп алабыҙ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.
Читайте нас: