+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2021, 14:55

 Әсәйҙәр - тормош биҙәге

Берҙән – берем, күҙ нурым, - тип Һәр саҡ  арҡамдан һөйә, Сирләгәндә төн йоҡламай, Зарымды белә, көйә, Кем һуң ул минең өсөн? Ул – һөйөклө әсәйем !..

Ошо шиғыр юлдарын ишеткән һәр бер кеше үҙенең бер ҡайғыһыҙ бала саҡ йылдарына, әсәһенең ҡосағына әйләнеп ҡайталыр. Хатта оло кешеләр ҙә, ата-әсәһе эргәһендә, донъяһы түңәрәк булған саҡты бик һағынып иҫкә алалар, һәм ер йөҙөндәге иң ҡиммәтле хазина кеүек һаҡлайҙар. Ғүмерҙәренең иң балҡыған мәлдәрендә әсәләрен рәхмәт менән иҫкә алырға онотһалар ҙа, бәлә-ҡазалар килгәндә, яҙмыштары ҡыл өҫтөндә торғанда кешеләр хатта Хоҙайҙы ла онотоп «Әсәй» тип һөрән һалалар. Әлбиттә, ошо теҙелеп киткән һорауҙарға һәр кеше: «Әсәйем – һүнмәҫҡояшым» тип яуап бирер.
Минең дә әсәйем – донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле берҙән – бер кешем – һүнмәҫҡояшым! Ул Башҡортостандың иң матур райондарының береһе – Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән, ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә, әсәйем дүртенсе бала булып донъяға килә.Уҡыу йылдары тыуған ауылында үтә, 6-сы класты тамамалағас ,әсәйем Өфәгә белем тауҙарына үрләргә юл тота.Рәми Ғарипов исемендәге гимназия – интернатын тик яҡшы билдәләренә генә тамалай.Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға юллана, рус- башҡорт булеген тамамалас ,үҙе белем алған тыуған мәктәбенә, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия – интернатында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай.Бер нисә йыл үткәс, тәрбиәсе эшенә күсә.Әлеге көндәрҙә әсәйем гимназияла өлкән тәрбиәсе булып эшләй.Уның тәрбиәсе булып эшләгәненә быйыл 21 йыл , балаларҙы яратҡан, улар өсөн өҙөлөп торған кеше генә, минеңсә, педагог була алалыр.Шуға күрә лә , әсәйемде эштә балалар ҙа педагогтар ҙа хөрмәт итә.Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү бурысы ла – әсәләр ҡулында, дәүләттең яҡты киләсәге лә тик уларға бәйле. Әсәләр башланғыстарҙың башланғысы, ҡайғы – шатлыҡта таяныс – терәк булып тороусы ла.
Ғаиләлә өс ҡыҙбыҙ – улар өсөн ул бөйөк Әсә!Беҙҙең тормош юлыбыҙҙа иң тоғро юлдашсы, кәңәшсе һәм иң яҡын дуҫ. Әсәйем беҙҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла, ауырлыҡтарға ла бирешмәй һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтә,ҡояш нисек һәр сәскәгә үҙенең йылы, наҙлы нурҙарын һипһә, әсәйем дә беҙгә үҙенең нурлы ҡараштары, йылы ҡосағы, мәрхәмәтле йөрәге менән йәшәүгә көс, дәрт бирә. Әсә – ул һөйөү һәм изгелек, аҡыл һәм уңғанлыҡ кеүек иң күркәм сифаттарҙы туплаған иң бөйөк зат,ул ҡул оҫтаһы ла . Һәр кеше өсөн Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше. Әсәләр йөрәге күпме наҙ, йылылыҡ, шәфҡәтлелек, изгелек, тәрән мөхәббәт һыйҙыра, улар ғаиләне берләштереп тора.
Әсәйем беҙҙең өсөн маяҡ. Ул матурҙы – насарҙан, яҡшыны – ямандан айырырға өйрәтә, ололарҙы ололай белергә, кеселәргә һәр саҡ апай булыпҡалырға кәрәклекте, бер кемгә лә ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәҫкә кәрәклекте төшөндөрөп, һәр бер эштә маяҡ һымаҡ яҡтырып тора. Әсәйемдең ҡулынан бал тама тиерһең, һәр эште еренә еткереп, оҫта итеп башҡара. Аш-һыуға, тегенергә, бәйләргә, сигенергә бик оҫта. Тағы ла бер һөнәре бар – матур итеп прическалар эшләй һәм киҫә лә, һәр байрамдарҙа уның иҫ китмәле прическалары беҙҙе ҡыуандыра ғына.Ошо оҫталыҡ серҙәрен беҙгә лә өйрәтә килә. Һәр саҡ мәктәптән ҡайтыуыбыҙға, ҡояш кеүек балҡып, әсәйем ҡаршы ала, өйҙән тәмле аш еҫтәре бөркөлә. Уның алтын ҡулдарынан ябай ғына ботҡа ла телеңде йоторлоҡ тәмле ашҡа әйләнә. Ниндәй генә мәлдәр булһа ла, ул һәр саҡбеҙҙе аңлай, яғымлы һүҙҙәре менән йыуата, кәрәк саҡта әрләп тә алырға онотмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусыысын дуҫ. Ҡәҙерлем янында бик рәхәт, күңелебеҙ тыныс, үҙебеҙҙе һәр саҡ ышаныслы, көслө тоябыҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, әсәкәйем менән бергә һәр саҡ еңеп сығырбыҙ төҫлө. Әсәйем беҙҙең өсөн терәк тә, таяныс та, ярҙамсы ла, дуҫ та.
Ҡышҡы һалҡындарҙы иретерлек
Йылылыҡ бар әсәйем янында.
Моңһоу күңелдәрҙә моңға күмелә,
Булһаҡ бергә уның янында.
Ерҙәге ҡояш ул беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөнән,
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелеге
Изгелек булыпҡайтһын үҙенә.
Регина Бикмуллина, Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы.
Читайте нас: