0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2021, 16:59

Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университетын ғилми-тикшеренеү университетына берләштереү

Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университетын ғилми-тикшеренеү университетына берләштереү процесы ике-өс йыл ваҡытты алыуы ихтимал.

Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин менән беренсе тапҡыр осрашҡан сағында Башҡортостанға ла федераль университет кәрәк тигән мәсьәләне күтәргәйне. Сөнки беҙҙә йыл һайын 17 мең кеше 11-се класты тамамлай, уларҙың тик 12 меңе генә беҙҙең уҡыу йорттарында тороп ҡала. Ҡалғандары ситкә китә һәм ҡайтмай тороп ҡала.
Александр Сидякин белдереүенсә, университеттар берләшкәс, студенттарҙы кәметеү түгел, киреһенсә, арттырыу күҙаллана. Тимәк, улар өсөн уҡытыусылар ҙа күберәк кәрәк буласаҡ. “Бер вузға берләштереү тап ошо ике уҡыу йорто өсөн еңел буласаҡ. Береһе - техник йүнәлешле, икенсеһе – гуманитар. Ни бары алты процент белгеслектәре генә тура килә. Яңы университет булдырған саҡта уның ҙурлығы ла мөһим. Интеграция барышында беҙ 40 меңдән ашыу студенты булған уҡыу йорто аласаҡбыҙ. Уның бюджеты ла үҫәсәк”, – тине. Александр Сидякин был вуздарҙы берләштереүҙең схемаһын да аңлатып бирҙе. “Тәүҙә университеттарҙың ғилми советтары тауыш бирергә тейеш. Аҙаҡ был мәсьәлә илдең Фән һәм юғары белем министрлығына ҡарауға сығарыла. Унда коллективтың фекерен хупларғамы, юҡмы тигән ҡарар ҡабул ителәсәк. Студенттар борсолмаһын. Беренсенән, берләшеү тиҙ булмай – ике-өс йыл үтәсәк. Күптәр үҙҙәре уҡырға ингән уҡыу йорто дипломын алып өлгөрәсәк. Аҙаҡ улар яңы университетта уҡығандарҙан көнләшәсәк тә әле, сөнки уларҙың дипломы илдә һәм донъяла юғары танылған, күп профилле, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузының береһенеке буласаҡ. Унда “башҡорт” һүҙе лә һаҡланасаҡ. Әле исеме өҫтөндә эшләйбеҙ, фекер алышабыҙ”, – тине ул.
Читайте нас