+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Март 2021, 14:44

Нардуған - ҡояш тыуған көн.

Нар-нар Нардуған,Нардуғанға бар, туған.Сәй-шәкәрен алып бар,Матур күлдәк кейеп ал.

Ҡышҡы Нардуған декабрҙең 22-һендә башланып, 5 февралгә тиклем дауам итә. Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр, көндәр оҙая башлағас ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән, тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар. Борон-борондан килгән был байрамды һәр халыҡ үҙенсә билдәләгән.
Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡығаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнә. Байрам көндәрендә бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Был байрам уйын-көлкө менән бергә шаулап-гөрләп үтә.
Нардуған көнөндә үткән йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары иҫкә алына, киләһе йылға теләктәр әйтелә. Байрам күңелле уйындар менән дауам итә.
Нар-нар Нардуған,
Нардуғанға бар, туған.
Сәй-шәкәрен алып бар,
Матур күлдәк кейеп ал.
Нар-нар нарына,
Бәхет бирһен барына.
Уңыш килһен йылына,
Ризыҡ артһын йортоңа.
Нар-нар нарына,
Шатлыҡ артһын барына!
Читайте нас: