Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы, ҡурайсы Сәғиҙулла Байъегеттең бала сағы ла күңелле мажараларға бай булған.
Үҙемде белгәндән алып йырларға яраттым. Миңә бер дүрт-биш йәш тирәһе булғандыр, арбаға тейәлеп, Талдуйға бесәнлеккә юлландыҡ. Мин әсәйемдең алдында ултырам, йүгән тотошам. Әсәй: “Улым, йә, берәй йыр йырла әле!” – ти. Мин йырлап ебәрәм:
Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,
Хәтерләтеп тыуған көн кисен…
Бала саҡта иң яратҡан миҙгелем йәй булды. Беҙҙең тирәлә ундан ашыу малай инек, ҙурыраҡтары ла, тубыҡҡа тиклем буйлылары ла бергә уйнаныҡ. Йылғаға һыу инергә барыуҙар, балыҡ ҡармаҡлауҙар… Бигерәк тә ферма юлын йыш тапаныҡ – унда күгәрсен баҫтырырға, “Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы”н уйнарға мөмкин.
Совхоз фермаһы лабиринттарында ҡараңғы. Пленка менән ҡапланған ҙур тәҙрәләрҙән ҡояш нуры төшә. Кинәт нимәлер “Пыр-р-р!” тигән тауыш сығарҙы, ул тауыш шаңдау менән ҡабатланды. Малайҙар бер урынға һыйынды, кемдер иламһырап та ебәрҙе… Бының күгәрсен осҡандағы тауыш икәнен Вәкил исемле малай шәйләне:
– Был бит күгәрсен!.. Ә һеҙ шыррр… – уның нимә әйтергә теләгәне билдәле беҙгә.
– Мин күгәрсен икәнен белдем, һеҙгә әйтмәнем, – ти Илгиз, ғорур ғына.
– Ҡайҙан белдең ти? Белмәнең, алдайһың һин! – тип уға яуап бирә Ринат.
– Кем, мин белмәнемме? Танауыңа берҙе тондорһам, белерһең, – тип ҡыҙа Илгиз.
– Әллә һинән ҡурҡа тип уйлайһыңмы? Әйҙә, алышайыҡ.
Ринат, Илгиз менән Вәкилдән өс йәшкә бәләкәй булһа ла, батыр йөрәкле ине. Эш һуғыш менән тамамланыр ине лә, әммә шул ваҡыт оҙон коридор башында ишек шар асылып китте. Был кешене танып ҡалдыҡ – Ғәлиәхмәт ағай! Уның йыры ҡолаҡҡа килеп сағыла:
Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,
Хәтерләтеп яҙғы май кисен…
Ғәлиәхмәт ағай миңә яҡшы таныш, беҙҙең күрше лә, етмәһә. Бигерәк тә уның атаһы Хажиәхмәт олатайҙы беҙҙең урам балалары яратты, сөнки ул беҙгә шыршы байрамдары ойоштора, Ҡыш бабай булып кейенеп, беҙҙе сәй һәм торт менән һыйлай ине.
1985 йылдың көҙөндә ауылда урам-ара социалистик ярыштар башланды – ай һайын Иҫке Сибай ауылының бер урамы концерт ҡуйырға тейеш. Шунда тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым… Тырышып йырланым, баянсы Миңнулла Бикҡолов ағай, ни эшләптер, өсөнсө куплеттан һуң, сәхнәнән төшөп китте. Концертты алып барыусыларҙың сәхнәгә сығыуына иғтибар итмәйенсә, мин дүртенсе куплетты ла йырлап бөттөм! Йыр бөткәс, ауылдаштар алҡыштарға күмде генә! Шул концерттан һуң кешеләр мине күрһәләр, ҡараштары менән йылмайып, оҙатып ҡала ине. Ҡайҙа барһам да, магазинда, урамда, туҡталышта, һәм, әлбиттә, мәктәптә лә мин иғтибар үҙәгендә булдым. Хатта мәктәп директоры ла ҡул биреп күрешә башланы. “Өслө” билдәһен йыш “сәпәткән”, тәртибе менән әллә ни айырылмаған уҡыусы өсөн был үҙгәреш ҙур яңылыҡ булды.
Шундай бер концерттан һуң буласаҡ остазымды осраттым. Концерт бөткәс, ҡайтырға сыҡһам, ишек янында, музыка ҡоралдарын
күтәреп, Әғләй ағай тора.
– Ғәфү итегеҙ, әйҙәгеҙ, һеҙгә ярҙам итәйем. Ҡайҙа алып барырға? – минең тәҡдимгә ул шатланып китте.
– О‑о-о… Рәхмәт, ҡустым, бынан алыҫ түгел. Музыка мәктәбенә.
– Ярай, хәҙер алып барып еткерербеҙ! – тип, шул яҡҡа ҡуҙғалдыҡ.
– Һинең фамилияң, исемең нисек? – тип һораны.
– Ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләйһеңме? Мин һине ҡурай синыфына яҙыр инем.
Иртәгәһенә мин Әғләй Фазлый улының өҫтәле янында ноталар альбомына ҡарап тора инем инде. Әғләй ағай, шкафтан алып, Вәкил Шөғәйеповтың тамғаһы асыҡ күренеп торған ҡурайҙы тотторҙо. Уны мин яҙмыштың баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләге итеп ҡабул иттем.
– Бына һиңә, ҡустым, ҡурай. Ал, ал, оялма, ул – һинеке. Һаҡлап ҡына тот. Һындырып ҡуйма, был – һиңә бүләк, ҡустым. Бөгөн мин һиңә, һыҙғырып, тауыш сығарып күрһәтермен. Ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнгәс тә килерһең.
Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү еңел эш түгел: тәүҙә яңаҡ тала, аҙаҡ баш әйләнә башлай, шайыҡ ағып ҡамасаулай. Көн артынан көн үтә, ә мин һаман ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнә алмайым. Шулай ике аҙна үтеп китте. Мин көн һайын, уҡытыусым өйрәткәнсә, ҡурай көпшәһенә өрәм, тик бушҡа ғына… Ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнә башлауымдың ун етенсе көнөн асыҡ хәтерләйем. Ул көндө ауылда ут һүнде. Атайымдың артынан ишек ябылыу менән (сөнки ул был эшемде хупламай ине), мин “һә” тигәнсе сервант янына йүгереп барҙым. Ҡурайымды сервант башында һаҡлайым. Ут булмағас, ҡараңғы, мин ҡурайымды табып алдым да, юрған менән ҡапланып, шым ғына һыҙғыра башланым. Һаман сыҡмай, тын алам да, тағы дауам итәм… Күпме шулай дауам иткәнмендер, хәтерләмәйем, арып бөтһәм дә, ташламаным. Һәм, ниһайәт – килеп сыҡты бит!.. Мин һыҙғырырға өйрәндем!.. Шатлыҡтан юрғанымды алып ташланым да, онотоп ҡуймайым тип, ҡурайымда һыҙғырам да һыҙғырам…
Ҡапыл өй эсе балҡып китте – ут бирҙеләр. Күрәм – залдағы диванда ғаиләнең бөтөн ағзалары ла ултыра, ҡарашы менән өтөрҙәй булып, атай ҡарап тора!.. Ҡарашы уйсан ине. Дарҫлап типкән йөрәгемде атайҙың әйткән һүҙҙәре тынысландырҙы:
– Ниһайәт, теләгәнеңә ирештең. Тик, зинһар, башҡаса һыҙғырма!.. Мин үлгәс, уйнарһың. Һөйләштекме?!..
Иртәгәһенә мин музыка мәктәбе тупһаһы аша йүгереп үттем. Мин ышана инем – башҡаларға кәрәкмәһә лә, минең ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнеүемде остазым Әғләй Фазлый улы мотлаҡ хуплаясаҡ!
– Ә, ҡустым килгән икән. Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ. Үҙ өйөңдәге кеүек хис ит!..
Артабан дәрестәр башланды. Һайлаған юлым уңышлы булды – смотрҙарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә күп ҡатнаштым. Музыка мәктәбен тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалында уҡыным, Сибай дәүләт филармонияһында солист-ҡурайсы булып эшләнем. Бөгөн дә, иң төп драма театрында эшләһәм дә, ҡурайым һәрң саҡ янымда.
Динара ҠӘЙҮМОВА яҙып алды.