-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2021, 12:59

Үрмәлсек турғай

Үрмәлсек турғай, шыуышҡаҡ турғай, тилеғош (урыҫса – поползень, ямщик, латинса – Sitta europaea) – үрмәлсек турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҙур булмаған ҡош. Был ғаиләгә барлығы 10 төр ҡош ҡарай, уларҙы һыуыҡ Алясканан алып Индонезияның мәңге йәшел урмандарына тиклем территорияла осратырға була. Ә үрмәлсек турғай Евразияла һәм Төньяҡ Африкала киң таралған. Рәсәйҙә илдең урта һыҙатында һәм Себерҙә осрай. Ылыҫлы, йә ҡатнаш урмандарҙы үҙ итә, ҡала-ауылдарҙағы баҡсаларҙа һәм парктарҙа ла йәшәй.

Бик үҙенсәлекле ҡош, сөнки аҙыҡ эҙләп, ағастың осонан алып, олоно буйлап, уратып, төбөнә тиклем эҙләнеп төшә. Ағастың олоно һәм ботаҡтары буйлап етеҙ үрмәләй, хатта баштүбән дә йөрөй ала. Исеме есеменә тура килә был ҡоштоң.
Был ҡоштоң ҙурлығы турғайҙыҡы кеүек, оҙонлоғо 11–15 см, ҡанаттарының киңлеге –22–27 см, ә ауырлығы – 20–25 грамм. Кәүҙәһе мыҡты, ҡойроғо оҙон түгел. Һырты – күкһел һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы – аҡ, ҡойроҡ төбө аҫ яғынан ерән төҫтә. Күҙҙәре аша суҡышынан алып ҡанаттарына тиклем ҡара һыҙыҡ үтә. Таралыу ареалына ҡарап, үрмәлсек турғайҙарҙың ҡауырһындары төрлө төҫтә була. Мәҫәлән, Көнбайыш Европала, Төркиәлә һәм Кавказда осрағандарыныҡы кәүҙәһенең аҫ яғы асыҡ булмаған ерән төҫтә, ә Көнсығыш Ҡытайҙа иһә ул ерҙәре асыҡ ерән. Төньяҡта йәшәгәндәрҙеке көрән төҫмөр менән. Суҡышы оҙон һәм төҙ, уртаса оҙонлоҡта, көл төҫөндә. Суҡышы ла, аяҡтары ла осло тырнаҡтары менән ағас олоно буйлап аҙыҡ табыу өсөн яҡшы
яраҡлашҡан. Ата ҡош инә ҡоштан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Һайрауы һыҙғырыуҙан тора. Ә тауышы яңғырауыҡлы: “тситт– тситт”.
Үрмәлсек турғай ағас ҡыуыштарында оялай, ояны үлән һәм япраҡтар менән йылыта. Шулай уҡ төҙөлөштә ағас онтағы, мүк, йөн һәм ҡаурый ҙа ҡулланыла. Йыш ҡына башҡа ҡоштарҙан ҡалған ҡыуыштарҙа урынлашалар, ояға инеү урынын, ғәҙәттә, балсыҡ менән йәшерәләр.
Был төр турғай ҡыҙғылт һипкелле 7–8 бөртөк йомортҡа һала. 18 көнгә тиклем инә ҡош йомортҡаларҙы баҫа, аҙаҡ ата ҡош менән, алмашлап, ҡошсоҡтарын ашаталар. Донъяға килеп, кәмендә 18 көн үткәс, ҡошсоҡтар, ҡанат нығытып, осорға һәләтле була. Бер нисә аҙна ата-инәһе янында ҡалалар, ә һуңынан инде үҙаллы тормош көтә башлайҙар.
Үрмәлсек турғайҙар ағас ҡоротҡостары, бөжәк, ағас бете, себен һәм уның ҡурсаҡтары менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итеп, ҙур файҙа килтерәләр. Уларҙың менюһында үҫемлек аҙыҡтары – тубырсыҡ орлоҡтары, сәтләүектәр ҙә бар. Аҙыҡты был ҡоштар алдағы көнгә һаҡлыҡҡа әҙерләй, ағас олоно ярыҡтарына йәшереп, мүк менән ҡаплап ҡуя. Ҡыш көндәре тағараҡтарҙа ла “ҡунаҡ” булалар.
Был матур турғай кешегә ышаныусан булыуы менән дә айырылп тора, уны ҡулға эйәләштереү ауыр түгел. Урман һаҡсыһы булып эшләгән ағайҙы көтөп алып, уның ҡулынан, һис ҡурҡмайынса, ем ашаған үрмәлсек турғайҙарҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар.
Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт
ҡурсаулығы методисы.
Читайте нас: