2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителде һәм ошо ваҡыттан алып халыҡтан 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Пандемияға бәйле фильм буйынса эштәр туҡтап торҙо һәм 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде.
Бөгөн «Башинформ»да ошо кино тураһында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә.