1 апрель – көлкө көнө икәнен оноттоғоҙ, шикелле, дуҫтар! 18 мартта уҡ иғлан иткән көлкө көнөнә бағышланған КОНКУРСыбыҙҙа бер кем дә ҡатнашманы! Көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн күңелле генә билдәләп алырға ниәтләгәйнек тә... килеп сыҡманы ла ҡуйҙы. Әллә, былар алдай, тип, ышанманылар инде. Шуға аптырашып, ҡайғырышып, көлөп ултыраһы урынға, бөгөн төнө буйы йоҡламай, илашып сыҡтыҡ.
Конкурстың шарты ла бик еңел генә ине бит, дуҫтар! Ни бары видеокамера алдында, ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе, мажаралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап һөйләү, видеоролик эшләп #Беренсеапрель_Аманат хештегы аҫтында үҙеңдең сәхифәңдә урынлаштырыу ине.
Ни өсөн илашып сыҡтығыҙ тиһегеҙме? Һеҙҙе лә, үҙебеҙҙе лә йәлләп иланыҡ... Һеҙ ожмах емештәре үҫкән ергә “Аманат”тың ике путевкаһынан, Рәхмәт кәлимәһенән ҡолаҡ ҡаҡтығыҙ... Ә беҙ – һеҙҙең видеоларығыҙҙы ҡарап, рәхәтләнеп бер көлөп, 10 минутҡа булһа ла ғүмеребеҙҙе оҙайтырбыҙ, Аллаһ бойорһа, көлә-көлә, йөҙ йәшкә лә етербеҙ әле, тигән өмөттән ваз кистек...
Шулай итеп, бөгөн конкурсҡа йомғаҡ яһап та, еңеүсе ике уҡыусыбыҙҙы банан, ҡәһүә, гранат һәм башҡа ожмах емештәре үҫкән “тәмле” ергә путевка менән бүләкләп тә булманы. Һеҙ бараһы урынға, йылы яҡҡа үҙебеҙгә китергә тура килде. Баш мөхәрриребеҙ конкурсты алып барыуҙы минең елкәгә йөкмәткәйне. “Эшеңде еренә еткереп үтәмәнең!..” – тип мине ҡаты шелтәләне лә, “язаһы ла үҙеңә булһын, хәҙер путевка яна бит, үҙең булһа ла барып ҡайт,” тип, путевканы ҡулыма тоттороп, минең үҙемде ҡыуып сығарып ебәрҙе. “Эшебеҙ күп” тип, ғаилә ағзалары минең менән барыуҙан баш тартты. "Аманат"тарымды тейәп, "Аманат"тарымды кейеп, сәйәхәткә бер яңғыҙыма сығып китергә тура килде.
Конкурста кемдәр ҡатнашмаған, күрегеҙ, бына, бөгөн мин ҡайҙа йөрөп ятам?!. Әлеге мәлдә мин Ҡырымдың иң ЕЛЛЕ ерендә (секундына 50 метр ел иҫә), Ай Петри тауының 1234 метр бейеклегенән диңгеҙгә һәм Ялтаға һоҡланып ҡарап торам.