Кис еткәс, Харистың тынғыһыҙланыуы көсәйҙе. Ул әсәһе янына барып ултырҙы.
– Әсәй, һин бер мәртәбә “Саҡ менән Суҡ” бәйетен йырлап ишеттергәйнең. Шул бәйетте тағы ла әйт әле.
– Ниңә, улым? Ул бит һағышлы...
– Әлл-ә-ә… Шуны бөгөн ныҡ тыңлағы килә.
Әсәһе тағы ла уға ныҡ итеп ҡарап ҡуйҙы.
– Һеҙ Саҡ менән Суҡ кеүек булмағыҙ. Шуның өсөн йырлайым.
Бәйетте тыңлағандан һуң, Харистың күңеле аҙыраҡ тынысланғандай булды.
– Улар ҡасан да булһа, осрашасаҡ. Быны мин беләм. Өмөттө өҙөргә ярамай. Ярай, мин йоҡларға яттым! – Шулай тине лә малай карауатына йүнәлде.
Ул шундуҡ йоҡоға талды. Төшөндә ҡанатлы атта осоп йөрөнө. Йә болоттар өҫтөнән үтеп китә, йә болоттар уны аҫтан үрелеп, һыйпап ҡалырға тырыша. Ә ҡанатлы ат һаман юғарыға күтәрелә. Инде Харис үҙе ҡанатланғандай булды. Ат өҫтөндә аяғүрә тороп баҫты. Шул саҡ аты ҡапыл ғына туҡтаны, эргәлә аҡ һын пәйҙә булды, ул Харистың сикәһен һыйпаны. Малай тертләп, күҙен асты. Тороп ултырҙы. Ашыҡмай ғына кейенде. Ишеккә түгел, ярым асыҡ балконға табан атланы. Унда аҡ бирсәткәле уҡытыусыһы баҫып тора…
– Тотон миңә… Тотон Дәлилә ханымға.
Харис тылсым эйәһенең ҡулына тотоноуға, сәсте ел туҙҙырғандай булды. Ул үҙҙәренең елдән дә етеҙ өйөрөлгәндәрен тойҙо. Күҙен асҡанда, улар ҡаланан алыҫта, тәбиғәт ҡосағында, баҫып тора ине. Малай тирә-яғын байҡаштырҙы. Таныш урын.
– Был яҡта булғаным бар!.. – тине Харис. – Былтыр. Бына эргәлә генә Ҡоръятмаҫ тауы.
– Беҙгә тау кәрәкмәй, – тине ханым. – Беҙгә был кәрәк.
Харис ул күрһәткән яҡҡа ҡараны. Был ни ғәләмәт! Ҡул һуҙырлыҡ ерҙә ишек яғы тора! Нишләп тора ул бында? Малай ишек яғын уратып-әйләнеп сыҡты ла “Был дүртҡырҙы улар үҙҙәре менән алып китергә тейешме икән ни?” тип уйлап ҡуйҙы.
– Яланда ҡапҡаһыҙ ишек… Гел шулай торамы? Нишләп уны алып китеүсе юҡ?
– Ул беҙгә генә күренә. Төҙөкдонъя кешеләренә.
– Төҙөкдонъя… Кеше… Унда ла кешеләрме?
– Ә мин кем һуң? Һин кемһең? Беҙ кешеләр. Сифатыбыҙ менән генә айырылабыҙ. Беҙ тылсымгирҙәр.
– Беҙ тылсымгирҙәр… – тип ҡабатлай Харис үҙ ҡолағына үҙе ышанмай. – Беҙ тылсымгирҙәр. Йәнә лә Төҙөкдонъя… Йәнә лә мин… Мин…
– Төҙөкдонъя асҡысы һинең ҡулда, тылсымгир.
– Былмы? – Харис дүңгәләкте килтереп сығарҙы.
– Был тамғаса. Уның ярҙамында Төҙөкдонъяға ошо ишек аша туп-тура инергә була.
– Ни өсөн Төҙөкдонъя тип атала?
– Ул донъя күпкә төҙөгөрәк. Унда ябай әҙәм балаһы эшләй алмаҫ мөғжизәләр күрерһең, төрлө кираматтар яһарға үҙең өйрәнерһең.
– Һеҙ кираматтар донъяһымы?
– Беҙ кираматтар. Һин кирамат.
Харис күҙҙәрен ҙур асҡан килеш Дәлиләгә төбәлде.
– Хәҙер минең әйткәнде ҡабатла һәм тамғасаны ишеккә һуҙ.
Харис Дәлилә ханым әйткәндәрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабатланы.
– Әпсен-төпсөн, мин ҡушҡанса булһын. Мин – Харис, тылсымгир. Ас кирамат донъя ишеген!..
Ҡоръятмаҫ тауынан аҡ монар төшә башланы, бына ул ап-аҡ ҡанатлы атҡа әүерелде, йәнә лә аҡ көймә хасил булды. Ике һын көймәгә табан атланы. Ҡанатлы толпар ишек яғы аша атылды.
…Ҡоръятмаҫ тауын, ошо яҡ тәбиғәтте күрергә килгән туристарға һәр ваҡыт юл күһәтеп йөрөүсе Мөбәрәк был юлы ҡырҙа ҡунырға ҡалғайны. Ҡара таңдан уянып китте лә, йоҡо алмағас, тороп яҡын-тирәлә йөрөп килергә булды. Бер аҙ бара биргәс, шаҡ ҡатты – маңлайы менән ишек яңағына саҡ барып бәрелмәне! Тегенең тупһаһынан әллә нисә мәртәбә аша атлап үтте. Был аҡланда кем ишек яғы яһап ултырһын? Тотоп та, этеп тә ҡараны. Ысын
ишек яғы. Ҡул тоймаһа, күҙгә күренә, тиергә булыр ине… Бала саҡта шайтан-пәрей, әллә ниндәй ғәләмәттәр тураһында ишетә торғайны… Боронғолар һөйләгән ысынбарлыҡҡа тура киләме әллә? Ялан уртаһында нишләп торорға тейеш ишек яғы? Күңелде шом баҫты. Иҫән саҡта был тирәнән тайыу хәйерле. Бер аҙ бара биргәс, артына әйләнеп ҡараны. Атаҡ-атаҡ-атаҡ, йәнем! Әле генә ялтырап торған ишек яғы юҡҡа сыҡҡан да баһа! Мөбәрәк уңлы-һуллы төкөрөндө лә, йоҡлап ятҡан иптәштәре яғына сапты. Унда пинжәген йәһәтләп эләктерҙе һәм өндәшмәй-нитмәй генә ауыл яғына һыпыртты.
Харис түңәрәк зал эсендә түңәрәк йәшел өҫтәл эргәһендә баҫып тора. Ҡаршыһында түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡуйы аҡ мыйыҡлы оло ғына йәштәрҙәге ир-уҙаман. “Бөтөнөһө лә түңәрәк, – тип уйлай малай. – Өҫтәл дә, баш та, кәпәс тә. Донъялары ла түңәрәктер…” Уҙаман башындағы сәлләһен рәтләне лә йәштәр етеҙлеге менән уға табан атланы.
– Кираматҡа, тылсымгирҙәр иленә, рәхим ит! Нисек килеп еттең, хөрмәтлем?
– Килеп еттем… Тик… нисек килеп еткәнемде хәтерләмәйем. Ә бына сыҡҡанды яҡшы иҫләйем. Нишләптер, бер төрбәнән килеп төштөксө… Үҙе шундай бейек!..
– Ул бейек, – тип ризалаша уҙаман. – Бейек һәм төп-төҙ! Мине Нурҡот дәдә тип йөрөтәләр. Ғилми мәктәптә беҙ һинең менән йыш осрашасаҡбыҙ. Мин шул мәктәптең мөдәрисе, йәғни етәксеһе. Кираматтар ҡороноң рәйесе. Дәдә – шуларҙың иң юғары исеме.
– Һин тыуғас уҡ һинең менән танышҡайныҡ. Уны, әлбиттә, хәтерләмәүең ихтимал. Бәпәй саҡтың үҙ ҡыҙыҡтары етерлек, шулай бит, хөрмәтлем. – Нурҡот дәдә кеҫәһенән дүңгәләк килтереп сығарҙы. – Онотмағанһың, һис кенә лә онотмағанһың, Харис аҡыллым!.. Хәтереңдә тот, тамғаса беҙҙә икәү генә, балам. Береһе миндә, икенсеһе һиндә! Тылсымгир ҡулындағы көслө ҡорал. Ләкин уға тиклем күп нәмәгә өйрәнәһе бар.
“Ғилми мәктәптә шуның өсөн уҡырға тейеш буламмы? Унда имтихандар бармы икән?” – тип уйланы малай.
– Һин имтиханһыҙ ҡабул ителәһең. Ул Ваҡыт китабында бик асыҡ яҙылған.
Харис күҙен ҙур асып Нурҡот дәдәгә төбәлде. Ул нисек кеше уйын уҡый ала?
– Балам, һин тылсымгирҙәр иленә килдең… ҡайттың. Ул ябайҙарҙың йәшәү рәүешенән айырыла төшөр. Иң әүәл бүтәндәр уйҙарыңды ишетмәһен өсөн, тылсымдоға уҡытайым. Ҡабатла. Әпсен-төпсөн, ябылһын уй. Асылһын үҙем өсөн. Һәр кемдең үҙенеке үҙенә.
Малай еренә еткереп ҡабатланы.
– Бына хәҙер һин, ысынлап та, үҙебеҙҙеке. Аңлайым хәлеңде. Һиңә әле байтаҡ һынауҙар үтергә тура килер. Тетрәнеүҙәр, аптырауҙар… Үҙеңдең көсөңә ышаныу ҡапыл ғына килмәҫ. Ваҡыт кәрәк булыр.
Күңелдә һаман бер төйөр тора. “Минең өсөн аңлашылып бөтмәгән сәйер илдә нимә эшләрмен икән?..”
– Ин тәүҙә ғилем алырһың. Артабан инде нимә эшләргә икәнен үҙең аңларһың. Һабаҡ алмайынса ҡайҙан нимә белмәк?
– Мин егерменсе гимназияла уҡыным.
– Ул минең яратҡан мәктәп.
Харис тағы ла нимә әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.
– Бындағы мәктәпте лә шулай уҡ яратырһың. Унда ла һиңә төплө белем бирерҙәр. Быны мәктәптең етәксеһе Нурҡот дәдә вәғәҙә итә, – Дәдә уға ҡарап тора бирҙе лә йылмайып ҡуйҙы. – Башыңда йәнә лә уйҙар сыуала башланымы? Балалар менән уртаҡ тел табып булырмы? Ҡырҙан килгән тип, мине ситкә тибәрмәҫтәрме?.. Был ғилми мәктәп. Һәр кем оҫталығы, һәләте менән генә баһалана. Унда бүтәндәр, йәғни ябай кешеләр юҡ. Һин бит тылсымгирҙәр илендә! Һин донъя тотҡаһына эйәһең. Тамғаса һиндә! Шуны онотма.
Нурҡот дәдәнең йөҙөндә ҡәнәғәтлек сағылды.
– Иртәгә үк уҡырға төшөргә! Беҙҙә уҡыу бер аҙ айырыла, иртәгә күрерһең, – тине Нурҡот дәдә.
– Талап бөтөн ерҙә лә бер иш. Ҡанундар ҙа.
– Бер иш? – Дәдәнең танауынан тир бәреп сыҡты. Ул һул кеҫәһенә тығылды. Тик ҡулъяулығын сығарырға өлгөрмәне, уң кеҫәнән икенсеһе талпынып, килеп сыҡты ла, танауын йәһәт-йәһәт һөртә башланы.
– Булды, ҡәҙерлем, булды…
Ҡулъяулыҡ кире кеҫәгә инеп китте. Нурҡот дәдә күҙе аҡайып киткән малайға күтәрелеп ҡараны.
– Бер ишме? Ҡанундармы? – Ул өҫтәлдәге кәсәгә үрелде. – Бында нимә?
– Уның формулаһын беләһеңме?
Ниңә Нурҡот дәдә бәпәйҙәрҙән һорашҡан шикелле һораша әле? Ябай ғына һорауҙарға яуап биреүе лә уңайһыҙ.
– Бына туңды. Хәҙер нимәгә әйләнде инде? Юҡ-юҡ, зинһар, яуап бир!..
– Юҡ, ҡәҙерлем. Ул хәҙер алмасҡа әйләнде, – Нурҡот дәдә быялаға һыҙып күрһәтте. – Алмасты эшкәртһәң, нимәгә әйләнә?
– Юҡ, ҡәҙерлем. Ул хәҙер ҡар бөртөгөнә әйләнде. Иреһә, нимә була инде?
– Юҡ, ҡәҙерлем. Ул ут булып тоҡана.
Ысынлап та, ҡар бөртөгө гөлт итеп ҡабынды.
“Фокус түгелме икән”, тигән уй үтте башынан.
– Ябайҙарҙағы ҡанундар беҙгә тура килеп бөтмәй. Беҙҙә һин көтөлмәгәнлек ҡанундарын өйрәнерһең. Сәйерлек эсендә хикмәт, һалҡын эсендә ялҡын һәм бүтән күп нәмәләр. Улар менән бөгөн баш ҡатырыу юҡ. Алда тотош мәктәп тормошо көтә. Хәҙер һиңә өйөңә ҡайтырға ваҡыт, балам. Ҡайт, рәхәтләнеп ял ит. Хәҙер һине оҙатырҙар.
Бөтөнөһө лә төштәге һымаҡ. Фатиры бер бүлмәлеме икән? Бәлки, ике бүлмәлелер?.. Ҡалай шәп булыр ине!
Ишек асылды, ләкин унан берәү ҙә күренмәне.
– Таныш бул. Был Харис!... Ғилем мәктәбенең яңы уҡыусыһы.
Харис йылмайып ишек яғына ҡараны. Һаман берәү ҙә күренмәй. Малай, аптырап, тирә-яғына ҡарана башланы.
– Балам, берәй нәмәңде юғалттыңмы?
– Мине… Кем менән таныштырҙығыҙ?
– Ә-ә, мин, ысынлап та, таныштырып бөтмәнем. Күҙгә Күренмәҫ Көмөш Һылыу. Ул минең уң ҡулым. Ярҙамсым. Күҙгә Күренмәҫ Көмөш Һылыу, ҡунаҡты тышҡа тиклем оҙатып ҡуй.
Харис берәүҙе лә күрмәне. Нурҡот бушлыҡҡа ҡарап, һүҙен дауам итте.
– Ләкин Харис өйөнә үҙе ҡайтһын. Мин шулай теләйем. Бәлки, кескәй сағында йөрөгән һуҡмағын иҫенә төшөрөр. Харис, йәйәү йөрөргә яратаһыңдыр бит? Йәшәүең яҡында. Оҙаҡламай үҙеңдең талираның да булыр.
Уныһы нимә, велосипедмы икән? Их, мотоцикл булһасы! Барыбер рәхәт булып китте, малай ҡәнәғәт йылмайҙы. Харис бер-ике аҙым яһаны ла, ҡаушап, туҡтап ҡалды.
– Мин бит уны, Күҙгә Күренмәҫте, ысынлап та, күрмәйем! Нисек эйәрергә һуң?
– Күҙгә Күренмәҫ Көмөш Һылыу һине коридорҙа көтә.
Бында, ысынлап та, ярым ҡараңғы. Көмөш төҫтә үтә күренмәле ҡатын-ҡыҙ һыны шәйләнә. Ул да кешеме икән? Бына ғәләмәт!
Тышҡы ишек асылды. Тирә-яҡты матур сәскәләр уратып алған. Харисты күреү менән, улар бәүелергә-сайҡалырға кереште. Иң алда үҫеп ултырған алһыу сәскә малайға табан һуҙылды.
– Аһ, зинһар… зинһар, ғәфү итегеҙ!.. Бер тажыма…Эйе, бер тажыма ғына автограф яҙып ҡалдырмаҫһығыҙмы?
Харис тирә-яғына ҡарана, һис ни аңлай алмай.
– Сеүегеҙ, сәскәләр!.. Ҡунаҡтың һеҙгә һоҡланыулы ҡарашы автограф түгелме ни? Харис, ҡабатла: “Әпсен-төпсөн, бынан һуң мәңгелеккә һеҙҙең тажда минең исем дә ҡалһын”, – тине Күҙгә Күренмәҫ Көмөш Һылыу.
Харистың күҙ алдында юлға йәшел төҫ ятты. Ул йәшел төҫ һуҙылған яҡҡа атлап китте. Ике ҡатлы йортто алыҫтан уҡ таныны, сөнки унан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп тора. Харис ҡайһы ҡатта йәшәргә тейеш икән? Күршеләре кем булыр? Ихатала берәү ҙә күренмәй. Йорттоң ишеге ялтырап тора, аҡһыл-йәшел төҫтә. Уға бармаҡ менән дә ҡағылыуы йәл. Эскә үткәс, кемгә өндәшергә? Уға оҙаҡ баш ватырға тура килмәне, ишек шар асылып китте. Унан аҡ бөҙрә сәсе төрлө яҡҡа тырпайған сәйер бер ҡарт атылып килеп сыҡты.
– Ғәфү итегеҙ… – тине малай. – Мин рөхсәтһеҙ һеҙҙең...
– Был бит Йәһүҙә! – ҡарт ҡосағын йәйеп уға табан килә башланы. – Рәхим ит, Йәһүҙә!..
– Һин – Йәһүҙәнең ейәне! Ә мин ҡартатайыңдың бер туған ҡустыһы – Ҡонҡас. Һинең бик-бик яратҡан олатаң булам!..
Күңелгә йылылыҡ инде. Малай йәнләнде.. Ишек үҙенән-үҙе асылып китте.
– Ишегең инеүсе юҡлыҡҡа аптырай. Әйҙә, эскә, – тине Ҡонҡас олатаһы. Тәҙрәнән бер ҡош килеп инде. -Ҡошсоҡ – беҙҙеке, беҙҙеке! Аптырама.
– Харис… Харис, – тине ҡошсоҡ.
– Нимә!?. Ҡош ҡайҙан белә минең исемде?
– Ынйырус – ошо йорттоң ҡошсоғо, шулай һайрай. Бүтән бер нәмә лә белмәй, йорт хужаһының исеме менән һайрарға тейеш. Бүтәнсә нисек булһын, ти? Ынйырус, бар, ситтәрәк йөрөп тор! Ҡамасаулама беҙгә сәй эсергә.
Харис албүлмәгә сыҡты. Бына уның ҡыйығы асылып китте лә ҙур зәңгәр сиңерткә төшөп ултырҙы. Сиңерткә өҫтөнән бәләкәс кенә малаҡай шыуып килеп төштө. Ирмәк тигәндәре шул буламы икән ни? Харистың күҙе маңлайына менде. Елтерәп Ҡонҡас олатаһы килеп етте.
– Атаҡ-атаҡ, Тойғон, балаҡай, нишләп йөрөүең бында? Ниңә әле бәллеүкәйҙә түгелһең?
– Сиңерткәм бөтөнөһөнөкөнән алыҫҡа оса ла китә. Мин ғәйепле түгел!..- Тойғондоң ауыҙы йырылды. -Килдем шул! Мә, ҡунаҡ, һиңә иң тәмле лампас!..
Харис лампастың яртыһын тешләне, шул уҡ ваҡытта ҡолағының ҡысый башлауы һиҫкәндерҙе. Юғалып ҡалманы, кәнфиттең яртыһын Тойғонға, көсләп тигәндәй, ҡаптырҙы ла:
– Беҙҙең дуҫлыҡ ныҡ булһын! – тигән булды.
Үҙе ҡолағын ҡашый-ҡашый көҙгөгә боролдо. Дөрөҫ һиҙенгән бит. Һыңар ҡолағы оҙонайып киткән. Бына ниндәй мутлыҡ ҡылырға килгән был бала!
– Йә, Тойғон, һинең ҡолаҡ нимә, ти? Беҙ бер-беребеҙгә ике тамсы һыу кеүек оҡшап барабыҙ, эйеме?
– Минең тағы ла бер лампасым бар… – Тойғон кеҫәһенән йәнә бер лампас килтереп сығарҙы.
– Уныһын бүлешәбеҙме? Әллә... – Харис шуҡ йылмайҙы.
– Мин үҙем бүлеп бирәм!..- тине малай үпкәләгән тауыш менән. Бүлешеп ҡаптылар. Ҡолаҡтар үҙ урынына ҡайтты.
– Бына таныштығыҙ. Тойғон Ирмәктең ҡустыһы була. Күстәнәсең тураһында ағайың беләме?
– Тс-с-с, әйтмәгеҙ!... Миңә эләгәсәк. Остом бәллеүкәйгә.
Түшәм асылды. Сиңерткәгә ултырған малай осоп сығып та китте. Ул юғалыуға ишек йырлап ебәрҙе.
– Нимә ул “Бәллеүкәй”? – тип һораны Харис.
– Кескәйҙәр уйнай, ял итә.
“Ә-ә-ә, балалар баҡсаһы!”