+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2021, 13:46

Йырлы донъя Нурбостан

Былтыр Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телендәге беренсе “Нурбостан” анимация сериалы төҙөлдө.

Былтыр пандемия шарттарында презентациянан баш тартып, йәш тамашасылар менән БСТ каналының тура эфирында онлайн осрашырға тура килде. Шулай ҙа балалар менән “Нурбостан” байрамында осрашып, үҙ-ара аралашып, уникаль геройҙар һәм сериал тарихы менән танышыуҙы мөһим тип һанайым ,--ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
“Нурбостан” анимация сериалының тәүге миҙгеле 12 сериянан тора. Әлеге ваҡытта “Тамыр” телеканалы Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы саралары сиктәрендә, республика райондарына һәм Рәсәй төбәктәренә сығып, “Нурбостан”ды күсмә күрһәтә.
“Йырлы донъя Нурбостан” ҙур байрамы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойоштороласаҡ.
Читайте нас: