+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2021, 12:29

«Рәсәйҙең студент һылыуҡайы-2021» республика исеменән Анастасия Проломова сығыш яһаясаҡ.

11-16 апрелдә Архангельскиҙа «Рәсәйҙең студент һылыуҡайы-2021» милли гүзәллек конкурсы ойошторола. Унда бөтә илдән 65 ҡыҙ ҡатнаша.

Конкурста Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт авиация техник университетының IV курс студенты Анастасия Проломова ҡатнаша. Тыуған яғы – Межгорье, былтыр «Өфө һылыуҡайы-2020» исемен яулаған. Анастасия сәләмәт тормош алып бара, бейеү менән шөғөлләнә, республикала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша, фотоға төшөү менән мауыға.
Читайте нас: