Яныбай Хамматов исемендәге Сермән моделле ауыл китапханаһында яҡташыбыҙ Тайфур Сәғитовҡа арналған әҙәби кисә үтте.
Кисә яҙыусының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды.
Сараға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шагалина Нәсимә Гуфран ҡыҙы етәкселегендә 7 класс уҡыусылары килде. Алып барыусылар Фахрислмова Зилә Истамғол ҡыҙы һәм Саяхова Лира Мансур ҡыҙы әҙиптең тормош һәм ижады юлы менән таныштырҙылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зарема Нурислам ҡыҙы, Ғәлиахметова Резеда Фуат ҡыҙы матур йыр, шиғырҙар менән сараны биҙәнеләр. Мәктәп уҡыусылары: Сәитова Нурания,
Абдрахманов Булат, Такиуллин Ғәҙел, Мостафина Алина, Сибагатова Элина, Файзуллина Наҙгөл яҙыусының "Ҡаһармандар юлынан" китабы менән таныштырып, китаптан өҙөктәр уҡып ишеттерҙеләр. Тайфур Сәғитов оҙаҡ йылдар буйы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында дан ҡаҙанған Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнгән, яу үткән ерҙәргә сәйәхәт яһаған. Был китап шул сәйәхәттәр һәм дивизия ветерандары һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар тәьҫирендә яҙылған. Күркәм сараны йомғаҡлап, Нәсимә Гуфран ҡыҙы китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә ошондай осрашыуҙарҙың даими ойошторолоуына ышаныс белдерҙе.
Китапхана мөдире Фахрисламова З.И.