-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2021, 16:42

Ғафуриҙа – “Аманат”лы дискотека!

Ғафури районында "Аманат"лы дискотека уҙҙы. Уҡыусы балалар дәртле көйҙәргә бейеп кенә ҡалманы, ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, сослоҡта, етеҙлектә ярышты, "Аманат"лы-иҫтәлекле бүләктәр отто.

Каникулдың тәүге көндәре Ғафури районы мәктәптәре өсөн бик күңелле башланып китте. Бурлы, Йөҙимән, Сәйетбаба, Ҡауарҙы мәктәптәрендә шаулап-гөрләп, "Аманат"лы дискотека уҙҙы. “Аманат” журналы редакцияһы Ғафури районында был сараны 2017 йылдан бирле, йылына ике тапҡыр ойоштора. “Аманат”тың йондоҙо, йырсы, ҡурайсы, нәфис һүҙ оҫтаһы, хеҙмәттәшебеҙ Рифат Йәмлехан, бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова ҡатнашлығындағы был матур байрамда балалар йырланы ла, бейене лә, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, "Аманат"тың шәп приздарын отто, иҫтәлеккә фотоға төштө. Осрашыу, күңелле дискотека, шаулы уйындар барыһына ла оҡшаны, күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Дәрестәрҙән арындырып, балаларға күңелле байрам ойошторорға мөмкинселек биргән Бурлы мәктәбе директоры Руслан Урал улы Тоҡомбаевҡа, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлиловаға, Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллинаға, Сәйетбаба мәктәбе директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизоваға, Ҡауарҙы мәктәбе директоры Фәһимә Рәжәп ҡыҙы Зөлҡәрнәеваға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, синыф етәкселәренә һәм дә ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. "Аманат"ты алдырып уҡыусы уңған, тырыш, алсаҡ, дәртле балалар менән тағы ла осрашырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Фотоларҙы аҫтағы һылтанмалар аша ҡарағыҙ.
Читайте нас