-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2021, 14:44

Йәйге балалар лагерҙары эшләйәсәк

Ошо аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса һөйләшеү алып барҙы.

Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы тейешенсә ойошторолманы. Быйыл иһә 27 марттан алып йәш быуындың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу буйынса ойошмалар үҙ эшен яңырта. Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссия муниципалитеттарҙа был эштең нисек ҡуйылғанын тикшергән һәм быйылға хаҡтарҙы раҫлаған. Ҡала ситендәге лагерҙа ул көнөнә 902,4 һум һәм мәктәп яны лагерында 120,3 һум тәшкил итәсәк.

– Ошоларҙан сығып, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү өсөн консолидацияланған бюджет ике миллирд һум самаһы тәшкил итәсәк, – тине министр. – Яҙғы каникул ваҡытында 317 мәктәп яны һәм һигеҙ ҡала ситендәге лагерь эшләне. Был осорҙа 21194 бала ял итте. Унда #КаникулыДетиБашкортостана тип аталған проектты тормошҡа ашыра башланыҡ.

Илеш районындағы “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында яҙғы каникул мәлендә “Урал батыр тоҡомдары” тип аталған спорт-һауыҡтырыу сменаһы эшләгән. Был лагерҙың майҙансығы спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған, артабан унда спорттың бер нисә төрө буйынса күнекмә йыйындары үткәреү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта йәйге ялға әүҙем әҙерлек алып барыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ковид талаптарын иҫәптә тотоп, йәйгеһен 2385 ҡала ситендәге, мәктәп яны һәм хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. Шулай уҡ аҙ сығымлы 3486 ял сараһы үткәреү планлаштырыла. 2021 йылда 319 мең баланы ял иттереү күҙаллана.

Республика реестрында 12 апрелгә ҡарата рөхсәт ителгән 1161 лагерь иҫәпләнә. Ковидҡа бәйле тәртип буйынса, хәҙер ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙы 70 процентҡа тултырырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ балаларҙы Башҡортостандан ситтәге лагерҙарға ла ебәреү мөмкин.

– Нисек кенә булмаһын, төп бурыс – балаларҙы мөмкин булғанса хәүефһеҙ шарттарҙа ял иттереү. Был мәсьәлә барлыҡ яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың, муниципалитет башлыҡтарының даими контролендә, – тине Айбулат Хажин.

Читайте нас