+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2021, 10:07

Оҫталыҡ дәресе

Сылтыр! Сылтыр! Сылтыр! Шишмә тауышы ишетеләме?...Юҡ! Шишмә тауышы түгел бит.

Оҫталыҡ дәресе
Сылтыр! Сылтыр! Сылтыр! Шишмә тауышы ишетеләме?...
Юҡ! Шишмә тауышы түгел бит. Ә был беҙҙең ҡыҙҙарҙың түшелдеректәге тәңкәләр йырлай, бер-береһе менән серләшә. Ысынлап та, йома көндө мәктәбебеҙ хазина һандығына әүерелә. Сөнки башланғыс һәм урта кластар ғына түгел, уҡытыусыларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ иң затлы милли кейемдәрен кейеп, мәктәпкә йыйыла. Ағинәйҙәр йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырһа, әсәйҙәр иһә, милли ризыҡ менән һыйлай. 16 апрель-Милли костюмдар көнө тип билдәләнеү уңайынан осрашыуҙар ғына уҙғарылып ҡалманы, ә ауылыбыҙ оҫтабикәһе Ибраһимова Мәүлиҙә инәй заманса түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. 6, 7, 8-се класс ҡыҙҙары ҡыҙыҡһыныу менән түшелдерек эшләй башланы. Ҡул оҫтаһы өйрәткән һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңланылар. Үҙ эштәренең беренсе емештәрен татығы килеү көсө ҙур этәргес булды. Эш барышында ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙеләр, киләсәктә ҡуллана алырлыҡ белем тупланылар. Бөгөн өйрәнгән оҫталыҡ дәресе алдағы тормошта һис шикһеҙ кәрәк буласағына иманым камил. Ошондай сараларҙа уҡыусылар менән берлектә эшләгән ауылдаштарыма ҙур рәхмәт еткерәм.
Күсәрбаева Айлина, 7-се класс уҡыусыһы. Баймаҡ районының Ҡаратал мәктәбе
Читайте нас: