-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 16:39

"Аманат" геройы - Азалия Әминева алтын миҙал яуланы!

Рәсәй йыйылма командаһы вәкиле, яҡташыбыҙ Азалия Әминева Польшаның Кельце ҡалаһында уҙған үҫмерҙәр араһында бокс буйынса донъя беренселегендә алтын миҙал яуланы. Уның тураһында "Аманат"тың 4-се һанында яҙып сыҡҡайныҡ.

Был алышта ул Үзбәкстандан Мохинабону Абдуллаеваны еңә. Шулай итеп, яҡташыбыҙ үҫмерҙәр турнирында беренсе урын алған тәүге спортсы.
Был уның беренсе ҡаҙанышы түгел, бынан алда ла үҙенең сағыу еңеүҙәре менән ҡыуандырып килә. Азалия 14 йәшендә бокс менән шөғөлләнә башлай. Ҡустыһын секцияға алып килә һәм үҙе лә шунда ҡала. Бер йылдан һуң уңышлы сығыш яһай башлай: республика, һуңынан Волга буйы федераль округында һәм Рәсәй кимәлендә еңеүгә өлгәшә. Рәсәй йыйылма командаһы составында бокс буйынса “Милләттәр кубогы” турнирында алтын яулай, Рәсәй үҫмерҙәре беренселегендә уны еңеүсе табылмай.
Ҡыҙ ныҡышмал, егәрле, шуға ла ошо сифаттар Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа уңышҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итә, ти тренеры Василий Савкин.
Азалияны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Фото instagram.com/azaalinka/
Читайте нас