23 апрель көнө Ҡаратал ауылында бик ҙур һәм тәрбиә яғынан әһәмиәтле “Милли кейем-милләт көҙгөһө” исемле сара үткәрелде. Сараның исеменән үк күренеп тора: һүҙ башҡорт халҡының милли кейеме тураһында барасағы. Сараны мәктәп коллективы ойошторҙо. Ҡаратал мәктәбе бына 20 йыл инде йома һайын балаларға милли тәрбиә биреү нигеҙендә уҡыуға милли кейемдә йөрөйҙәр. Был мөһим эштә ата-әсәләрҙең ролен баһалап китергә кәрәк, сөнки улар кейем тектереүҙә төп сығымды ҡапланы.
Быйылғы йыл Ҡоролтай тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Халыҡ тарихы кейемдәрҙә сағыла һәм уҡыусыларҙың милли кейем кейгәндә уның биҙәлештәрен, тәғәйенлештәрен аңлатыу тарихты белеүгә ҡайтып ҡала. Саҡырылған абруйлы ҡунаҡтар: район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Байдәүләтова Г.Р.¸район ветерандар Советы рәйесе Әхмәтова К.Ә., Аҡморон ауыл биләмәһе ветерандар Советы рәйесе Фәттәхова Р.Ғ.¸ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Әбилева Д.М.¸ағинәйҙәр Ҡунысбаева Ф.М, Рыскужина И., Беренсе Этҡол мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә., ауылдашыбыҙ мәғариф ветераны Монасипов М.Ф. “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Таҡаева Л.Р., “Атайсал” гәзите баш мөхәррире Тапаҡов Х.Н., Баймаҡ телевидинееһы һәм башҡаларға уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр, ағинәйҙәр ҡатнашлығында сағыу кейем парады үткәрелде. Һәр милли кейем төрҙәренең тегелеш-биҙәлештәрен, ҡулланыу даирәһен аңлайышлы итеп күрһәтелде. Парадтан һуң ҡунаҡтар “тере коридор” аша мәктәпкә уҙҙылар. Унда уларҙы кескәйҙәр тәрбиәсе Хәмитова Г.Г., Иҙрисова Ф.Р. етәкселегендә “Косилка-молотилка” сығышы һәм ағинәйҙәр үҙҙәренең йырҙары менән ҡаршы алдылар. Ҡаршы алғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Юлыева Р.Х. ҡунаҡтарға башҡорт аш-һыуҙары күргәҙмәһе, хеҙмәт ветераны Хисәметдинова С.Ғ. үҙенең шәхси милли кейем күргәҙмәһе менән ентекле таныштырып, фекер алышыу булды. Кейем күргәҙмәһендә Сания Ғәлиарыҫлан ҡыҙы кейемдәрҙең тәғәйенлешен йәшенә, социаль статусына ярашлы рәүештә ҡатын-ҡыҙҙарҙы кейендереп, тегелгән күлдәктәрҙе йөрөтөп ҡарап аңлатып бирҙе.
Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәренең “Ҡатыҡ тәмләшеү” йолаһына саҡырҙылар. Уҡытыусылары Вәлиева Д.Р., Ғәйетбаева Г.Ш., ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнашлығында фәһемле, йөкмәткеле йола күрһәтелде.
Шунан һуң, тарих уҡытыусыһы Йәнбирҙин Р.С. ҡунаҡтарҙы “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына сәйәхәткә саҡырҙы, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Хеҙмәт ветераны Ибраһимова М.Ә. үткәргән селтәрҙәр эшләп күрһәтеү оҫталыҡ класы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы үҙе генә эшләп ҡалмай, ә был һөнәргә уҡыусы ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итеүе маҡтауға лайыҡ.
Программаға ярашлы урта класс уҡыусылары Әлибаева М.Ш, Насырова Г.А., Нурлығаянова М.Н¸Күсәрбаева А.Ф. етәкселегендә “Ҡарға бутҡаһы” йолаһы тәҡдим ителде. Ике йола ла “Изге йола, матур ғәҙәт-халҡыбыҙҙан аманат” лозунгыһы аҫтында үтте. Йыһазландырылған фоела ҡарап ултырыусылар тарафынан тамаша бик йылы ҡабул ителде. Йолалар эсендә “Аҡ тирәк-күк тирәк”, “Түбәтәй”, “Тирмә” кеүек халыҡ уйындары үткәрелде. Аҙаҡтан, мәктәп ашнаҡсылары Йәнбирҙина Ф.М., Сәлихова И.Г. милли ризыҡтар менән һыйланы.
Йыр-бейеүҙәргә бай йөкмәткеле сара ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.Ҡунаҡтар исеменән Монасипов М.Ф., Әхмәтова К.Ә., Байдәүләтова Г.Р. “Атайсал” гәзите баш мөхәррире Тапаҡов Х.Н. “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Такаева Л.Р. был сараға анализ яһап, ошондай һүҙҙәр әйттеләр: “Ҡаратал мәктәбе коллективы ауыл халҡы менән берлектә балаларҙа милли тойғо, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә халыҡ йолаларын оҫта файҙаланып, киләһе быуында маңҡортлоҡҡа юл ҡуймай, халыҡсанлыҡ¸башҡортлоҡ сифаттарын һаҡлап ҡалыуҙа ҙур өлөш индерә ”
Ошо үткәрелгән сараны дөйөмләштереп, ауылдашыбыҙ Йәндәүләтов И.М. шиғыры менән тамамлағы килә.
Түшелдерек, һаҡал, селтәр,
Бер ниндәй ҙә сирле зәхмәт
Филиал етәксеһе Йәнбирҙин Р.С.,