+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Апрель 2021, 15:25

Иғтибар! Йәнә бер конкурсыбыҙ!

“Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тип, еңеү өсөн көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы фронтовик-яугирҙарына, тыл ветерандарына арнап, патриотрик йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, һүрәттәр төшөрөп, бейеп, видеоролик эшләп, #еңеүкөнө9майаманат хештегы аҫтында, үҙ сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ.

Иғтибар! Йәнә бер конкурсыбыҙ!
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 9 майҙа 76 йыл тула.
Аяҙ күгебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн аяуһыҙ көрәшкән батырҙарыбыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана. Улар – беҙҙең өсөн ысын батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Ошо йәһәттән “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеүгә бағышланған интернет-конкурс иғлан итә. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тип, еңеү өсөн көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы фронтовик-яугирҙарына, тыл ветерандарына арнап, патриотрик йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, һүрәттәр төшөрөп, бейеп, видеоролик эшләп, #еңеүкөнө9майаманат хештегы аҫтында, үҙ сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ.
Конкурсҡа йомғаҡ 11 май яһаласаҡ. Иң уңышлы эш өсөн өс урын булдырҙыҡ. Еңеүселәргә “Аманат”тың рәхмәт кәлимәләре тапшырыласаҡ.
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле балалар! Конкурс эшендә барығыҙға ла уңыштар юлдаш булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ! Ә хөрмәтле ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк һәм беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Читайте нас: