Салауат ҡалаһынан «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы балалар һәм үҫмерҙәр театр коллективтары араһында «Алтын асҡыс» тигән Берлин халыҡ-ара асыҡ конкурсында ҡатнашып гран-при яуланы!
Улар Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтеп гран-при алдылар. «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы» номинацияһында Вәзирҙе уйнаған Алан Шамёнов еңеүсе тип танылды.