-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Май 2021, 16:33

Конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды!

“Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тип аталған конкурсыбыҙ тамам.Конкурсыбыҙҙың шарты, еңеү өсөн көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы фронтовик-яугирҙарына, тыл ветерандарына арнап, патриотрик йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, һүрәттәр төшөрөп, бейеп, видеоролик эшләп, #еңеүкөнө9майаманат хештегы аҫтында, үҙ сәхифәгеҙгә урынлаштырыу ине.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 9 майҙа 76 йыл тулды.
Аяҙ күгебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн аяуһыҙ көрәшкән батырҙарыбыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана. Улар – беҙҙең өсөн ысын батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Ошо йәһәттән “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеүгә бағышланған интернет-конкурс иғлан иткәйне.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәр барыһы ла бик уңышлы килеп сыҡҡан. Балаларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, уларҙың ихлас, тырыш, әүҙем икәнлегенә инандыҡ. Конкурсыбыҙ шарты буйынса өс еңеүсе урын булдырған инек.
“Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булыусы бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ:
Илназ Назаров, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы;
Дүртөйлө ҡалаһының 12-се һанлы "Алтынсәс" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (Тәрбиәселәре - Эльвира Рифғәт ҡыҙы Хаҡова);
Наҙгөл һәм Вилдан Ғөбәйҙуллиндар, Өфө ҡалаһы.
“Аманат” журналы исеменән конкурста ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тырыш, аҡыллы, рухлы, илһөйәр балалар булып үҫергә, киләсәктә лә ижади эшләргә яҙһын тигән изге теләктә ҡалабыҙ!
Беҙҙең интернет төркөмдәребеҙҙә конкурстар йыш ҡына булып тора. “Аманат” ты (https://vk.com/amanatrb) күҙәтеп барығыҙ. Ә журналыбыҙ биттәрендә йыл әйләнәһенә ун икенән ашыу конкурс әле лә бара. Унда ҡатнашыу өсөн “Аманат” журналына почта бүлексәләрендә яҙылып, конкурс шарттары менән танышып барырға саҡырабыҙ.
Һеҙҙән шиғырҙар, әкиәттәр, һүрәттәр, төрлө хәбәрҙәр тулы хаттар (amanat@yandx.ru) көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле балалар!
Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! “Аманат” журналын алдырығыҙ, уҡығыҙ, төрлө конкурстарында әүҙем ҡатнашығыҙ! “Аманат”лы бәхетле булығыҙ!
“Аманат” журналы мөхәрририәте.
(Был текста беркетелгән һүрәттәрҙе Дүртөйлө ҡалаһының 5- се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Ниғмәтйәнов Дамир менән Өфө ҡалаһының 114-се белем биреү үҙәге уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Вилдан эшләгән).

Читайте нас