Сирень сәскәләрен һалҡын һыуҙа сайҡарға , кәстрүлгә һалып, өҫтөнә 2 стакан һалҡын һыу ағыҙығыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут ҡайнатығыҙ. Һуңынан уттан алып, ярты лимондың һутын һығып ,өҫтөн ҡаплаған килеш 15 минут бүлмә температураһында тотоғоҙ. Ҡайнатманы марля аша һөҙөгөҙ. Барлыҡҡа килгән шыйыҡсаға шәкәр ҡомо һалып болғатып, һүрән утта тағы 40 минут ҡайнатып, сироп әҙерләргә.
Һөҙгәндән ҡалған сиренде һауытҡа һалып, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 10 тамсы лимон һуты өҫтәп, ыуығыҙ , уны сиропҡа ҡушып 3 минут тирәһе ҡайнатығыҙ. Әҙер ҡайнатманы стерилләштерелгән банкаларға тултырып, ябығыҙ.
Көнөнә 4 ҡалаҡтан да артыҡ ҡулланырға кәңәш ителмәй.
Әле баҡсаларҙа хуш еҫле сирень сәскәләре тирә-яҡҡа тәмле еҫтәрен бөркөп ултырғанда, тиҙ арала уны йыйып алырға онотмағыҙ. Һыуыҡ ҡыштарҙа яҙғы көндөң матурлығын ғына хәтерләтмәҫ, ә шифаһы менән дә һеҙҙе ҡыуандырыр сирень сәскәләре...