Мин - наҙлы зат. Дәрәжәм юғары.
Донъя йәме - әсә, ҡупшы ҡыҙ.
Өй йылыһын һаҡлап ғүмер итәм,
Усағымда һәр саҡ дөрләй ҡуҙ.
Йән йылытыр йылылыҡ бар миндә,
Көйҙөрһәләр көйрәп китәмен.
Боҙҙо иретерҙәй ҡараш менән,
Күҙҙәремдән нурҙар түгәмен.
Бөгөлмәгән имән кеүек ныҡмын,
Сабырлыҡ бар түҙеп торорға.
Ҡайсаҡ йомшаҡ, бер һүҙ генә етә
Күҙҙәремдән йәштәр тамырға.
Юҡтан ғына барҙы бар итәм дә,
Буш ергә лә нигеҙ ҡорамын.
Өй түренә затлы бишек элеп,
Әсәлек һағында торамын..
Берсә ярһыу, әле тып-тын үҙем
Йә асыулы, йәки көләсмен.
Ваҡыт-ваҡыт шаян булып алам,
Һис тә тынғы белмәҫ йөрәкмен.
Мин - серле зат,төрлө була алам,
Һүҙҙәремдең барҙыр тылсымы.
Аңлай алмаҫ күптәр. Ҡалһын шулай,
Асылмаһын серҙең асылы.