+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Май 2021, 14:20

Уҡытыу –тәрбиә эшендә мәктәп музейының әһәмиәте.

Нигеҙ һалыусыларҙың исемдәре- музейҙарға. Бөгөнгө тормошобоҙ,йәшәйешебеҙ әле генә барлыҡҡа килмәгән.Халҡыбыҙҙың элеккеһе, тарихи үткәне бар. Тарих төпкөлөнә әйләнеп ҡараһаҡ,ата-олатайҙарыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшыра килгәнлеге бик тәҡыуаныслы. Бөтә ошо ҡиммәтле хазиналарыбыҙҙы быуындан быуынғатапшырыуҙа, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәктәптәрҙәгетыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡа музейҙарҙың әһәмиәте бик тә ҙур.

Нигеҙ һалыусыларҙың исемдәре- музейҙарға.
Халҡыбыҙҙың элеккеһе, тарихи үткәне бар. Тарих төпкөлөнә әйләнеп ҡараһаҡ,
ата-олатайҙарыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы, милли йола-ғөрөф-
ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшыра килгәнлеге бик тә
ҡыуаныслы. Бөтә ошо ҡиммәтле хазиналарыбыҙҙы быуындан быуынға
тапшырыуҙа, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәктәптәрҙәге
тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡа музейҙарҙың әһәмиәте бик тә ҙур.
Музейға барып ингәс тә һәр әйберҙән тарих сағыла - боронғо йорт кәрәк-
ярағымы, һуғыш осоронан өскөл хатмы, башҡа әйберме...
Әлбиттә, һәр кеше күңелендә үҙ халҡының, Ил-йортоноң тарихына ҡарата
ҡыҙыҡһыныуы көсәйә, үҙ халҡына ҡарата ғорурланыу тойғоһо уяна. Тап
музейҙарҙа – тарихыбыҙ сағылышы.Тимәк, музейҙар кешене тәрбиәләү, ниндәйҙер
кимәлдә кеше күңеленә тәьҫир итеү сараһы ла булып торалар. Бөгөн йәш
быуындың аңын, яҡшы яғы менән бер рәттән, яңы заман технологиялары,
компьютерҙар томалаған мәлдә , музейҙар аша халҡыбыҙҙың бай тарихын,
мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеп, уҡыусыларҙы рухи яҡтан бай,
ижади һәләтле, юғары мәҙәниәтле камил шәхес итеп тәрбиәләүҙе күҙ уңында
тотһаҡ, яңылышмабыҙ.
Был йәһәттән , беҙҙең Бөрйән районы мәктәптәрендә эштәр бик яҡшы
ҡуйылған. Райондың һәр мәғариф усағында тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары
Ошо көндәрҙә Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һәм ошо уҡ
мәктәптең Ғәҙелгәрәй филиалы базаһында Бөрйән районы мәғариф бүлеге
начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдинов һәм район мәғариф бүлеге
методика кабинеты етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Рысбаева ҡатнашлығында
музей етәкселәренең, тарих уҡытыусыларының,тыуған яҡты өйрәнеүсе уҡытыусы
эҙәрмәндәрҙең “Белем биреү усаҡтарында мәктәп музейҙарының биләгән урыны
һәм уларҙың әһәмиәте” исеме аҫтында район семинары булып үтте.
Ырғыҙлы ауылы мәктәбе музейында
Нәилә Фәрхетдин ҡыҙы Ноғоманова етәкләгән ,төрлө милләт балаларын
бер ғаиләгә туплаған , 110 йыллыҡ тарихҡа эйә булған Ырғыҙлы урта дөйөм белем
биреү мәктәбе семинарҙа ҡатнашыусыларҙы бик йылы ҡаршы алды.
Иң беренсе , әлбиттә, матур сара мәктәп менән танышыуҙан башланды. Саф
башҡортса матур итеп һаулыҡ һораша балалар. Мәктәп тәрбиәүи юҫыҡта зауыҡ
менән биҙәлгән. Йәшеллек,таҙалыҡ,матурлыҡ бөркөлә.
Семинарҙың тәүге өлөшөндә
Бөрйән районы мәғариф бүлеге
начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдинов сараны асты һәм “Бөгөнгө заман
шарттарында йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәктәптәрҙәге
тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының тотҡан урыны һәм әһәмиәте” темаһына
сығыш яһаны һәм ошо тема буйынса семинарға ҡатнышыусыларҙы уртаға һалып
фекер алышырға саҡырҙы.
Ниһайәт, беҙ –музейҙа. Музейҙың бөгөнгө етәксеһе уҡытыусы Дилбәр
Ғәфүр ҡыҙы Самохина уҡыусыларҙың бай йөкмәткеле сығыштары оҙатыуында
музейға бик матур экскурсия ойошторҙо. Өлкән класс уҡыусылары менән бер
рәттән, урта звено уҡыусылары ла экскурсоводтар ролендә ҡунаҡтарға алмашлап
ентекле итеп, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса һөйләп, музей буйлап экскурсия
яһанылар. Уҡыусыларҙың музей буйынса бик тә мәғлүмәтле, белемле булыуҙары
ныҡ һоҡландырҙы беҙҙе.
Бер үк ваҡытта , был Ырғыҙлы музейына нигеҙ һалған , бөтә ғүмерен
балалар тәрбиәләүгә бағышлап, яҡты донъяла бик күп изгелекле эштәр
башҡарған һәм бөтә кешеләр күңелендә матур эҙ ҡалдырған ветеран
уҡытыусы, музейҙың тәүге етәксеһе, нигеҙ һалыусыһы, Башҡортостан
Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының
маҡтаулы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Азат Ғизетдин улы Муллағолов, шулай
уҡ музей тарихы тураһында мәктәп директоры Наилә Фәрхетдин ҡыҙы
Ноғоманова бик һоҡланғыс итеп һөйләне:
- Халҡыбыҙҙың элек-электән тупланып килгән мираҫын, күңел
матурлығын йәш быуынға еткереү, уларҙың күңелендә милли
мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү – иң изге эш.
Сәнғәтебеҙҙе, көнкүрешебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнгәндә уҡыусыларҙа
тыуған еребеҙгә һөйөү, үткәнебеҙгә хөрмәт, яратыу хистәре уяна.
Быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә.
Ташморон туҡталҡаһы, башҡорт өйө интерьеры, ҡатын-ҡыҙ
биҙәүестәре әйберҙәре,ауыл тарихы,спелеология, хәрби дан мөйөштәре,
солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, теология, мәктәп тарихы, “Вознесенский
медеплавильный завод” һ.б. бүлектәрҙән торған Ырғыҙлы мәктәбенең
был тарихи музейына 1999 йылда 9999-сы танытма менән Азат
Ғизетдин улы Муллағолов тарафынан нигеҙ һалына. Музейҙы биҙәүҙә,
унда экспонаттар урынлаштырыуҙа А.Муллағоловтың фиҙакәр хеҙмәте
һалынған.
Уның төп маҡсаты - йыйылған экспонаттарына, әйберҙәренә ҡараған
документтар йыйыу, ошо бай мираҫ аша уҡыусыларҙы белемле,
тәрбиәле, әхлаҡлы шәхестәр итеп үҫтереү була. Әлбиттә, балалар
бындағы экспонаттарҙы тәүгә күрһә, ә ололар күңелендә улар яҡты
хәтирәләр уята. Бөгөнгө район кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға
тәҡдимем: Ырғыҙлы музейына нигеҙ һалыуға күп көс һәм хеҙмәтен
һалған ветеран уҡытыусыбыҙ Азат Ғизетдин улы Муллағоловтың
исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән уның яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә
музейға уның исемен биреү буйынса тәҡдимемә ыңғай ҡарауығыҙҙы
һорайым, -тип һүҙен йомғаҡланы Наилә Фәрхетдин ҡыҙы.
Иҫтәлектәр менән уртаҡлашыуҙа ветеран уҡытыусылар
Мөхәмәтйәрова Уриә Рәүеф ҡыҙы, Хәмдиә Ситдиҡова, мәктәптең рус
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Самохина, Азат ағайҙың тормош
иптәше, туғандары сығышы тыңланды.
Семинарҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан Ырғыҙлы мәктәбе
музейына Азат Ғизетдин улы Муллағоловтың исемен биреү
тураһындағы тәҡдимде
хупланылар.
Артабан, мәктәптең һәләтле уҡыусыларының матур сығыштарын ҡарап,
иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, ҡунаҡтар тимер аттарҙа Ғәҙелгәрәй мәктәбенә
Ғәҙелгәрәй мәктәбе музейында
Ғәҙелгәрәй мәктәбенең тарихи йүнәлештәге тыуған яҡты өйрәнеү
музейына 2006 йылдың май айында бик йәшләй беҙҙең аранан киткән тарих
уҡытыусыһы Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатова нигеҙ һалған.
Музей бик бай экспонатлы, зауыҡ менән биҙәлешле. Һәр әйбер үҙ
урынында.
Башҡорт өйө интерьеры, матди һәм рухи мәҙәниәт әйберҙәре, хәрби дан,
хеҙмәт даны мөйөшө, мәктәп, ауыл тарихы, нумизматика,ҡурсаулыҡ тарихы,
солоҡсолоҡ һ.б. бүлектәренән халҡыбыҙҙың боронғолоғо күңелде биләп ала,
ғорурлыҡ тойғолары уяна. Ундағы исем-фамилиялар бында йәшәгән һәр кем
өсөн ҡәҙерле һәм оло ғорурлыҡ та.
Музей етәксеһе Нурсилә Барый ҡыҙы Маликова етәкселегендә уҡыусы-
экскурсоводтар иҫ китмәле итеп , оло ғорурлыҡ менән музейға беҙҙе сәйәхәт
иттерҙеләр. Һәр береһе үҙенә тапшырылған бүлек буйынса кинәйәле итеп
һөйләнеләр. Йотлоғоп тыңланыҡ уларҙы.
Ғәҙелгәрәй филиалы етәксеһе Әҡлимә Сәғит ҡыҙы Сафина һүҙ алып,
музейҙы асыу өсөн бар көсөн һалған, тынғыһыҙ, һоҡланғыс уҡытыусы-
тарихсы, мәрхүмә Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатова , музей тарихы
тураһында матур тәьҫораттар менән бүлеште:
Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатова музейҙы асыу өсөн бик ныҡ
эҙләнде. Тынғы белмәҫ, иҫ киткес эшкә һәләтлеуҡытыусыбыҙ
булды ул.Бик ныҡ тырышлыҡ һалып, ғаиләһе менән бергәләп ошо
музейҙы урын еренә еткереп эшләп, асыуға иреште.Ауылыбыҙҙың
һәм тыуған яғыбыҙҙың тарихын туплау буйынса мәғлүмәттәрҙе
бөртөкләп-бөртөкләп йыйҙы, уларҙы район гәзитенә лә баҫтырыу
өсөн күп көс һалды ул. Уның хеҙмәтенең емештәре музейыбыҙҙа
лайыҡлы урын алып торалар. Музей структураһы, бүлектәрҙең
исемдәре, экспонаттарҙы урынлаштырыу тәртибе, биҙәлеш –
барыһына ла өлгөрҙө.Уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе,ауыл халҡын
йәлеп итеп, күп экспонаттар йыйыуға өлгәште. Музейҙы биҙәп,
уның материалдарын урынлаштырыуға күп көс һалды.
Бөгөн Флүзә Йомағужа ҡыҙы нигеҙ һалған музейыбыҙ тулылана.
Уҡыусыларыбыҙ өсөн бында үткән класс сәғәттәре,саралар бай
тарихи мәғлүмәт бирә, тарихи ваҡиғаларҙы тәрәнтен аңларға ярҙам
итә, белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, улар күңелендә
илебеҙ тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу хисе уята.Йәш быуынға
патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә музейҙың әһәмиәте баһалап
бөткөһөҙ. Һүҙемде йомғаҡлап, хөрмәтле сарала ҡатнашыусылар,
беҙҙең Ғәҙелгәрәй мәктәбе музейына нигеҙ һалыусы уҡытыусыбыҙ
Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатованың исемен, уның яҡты рухына
бағышлап, уның һалған изге хеҙмәтен баһалап, үҙе нигеҙ һалған
музейға биреү тәҡдимемде хупларһығыҙ, тип ышанам,-тип, һүҙен
йомғаҡланы филиал етәксеһе Ә.Сафина.
Бер тауыштан ҡунаҡтар был тәҡдимде хупланы.
Шулай уҡ Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатованың уның тураһындағы
балалары, туғандары иҫтәлектәре менән бүлештеләр. Фекер
алышыуҙарҙа Иҫке Собханғол мәктәбенән Нәсимә Шәрәфетдинова,
райондың Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейы етәксеһе Лилиә Ғайсина,
Яңы Собханғол мәктәбенән Гөлдәр Кинйәбаева, Мәһәҙей мәктәбенән
Сәйҙә Сәйәховалар ҡатнашты.
Музейҙарға хөрмәтле педагогтарҙың исемдәрен биреү хаҡында ҡарар
ҡабул ителде. Артабан заман талаптарына яуап бирерлек итеп
музейҙарҙың эшен дауам итеү,тулыландырыу,экспонаттарҙы һаҡлау,
документтарын теүәл тултырыу, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек теләктәр
яңғыраны. Был мәктәптә лә һәләтле уҡыусыларҙың матур сығыштарын
күреп ҡыуандыҡ.
Йомғаҡлау һүҙе менән Бөрйән район мәғариф бүлеге начальнигы
Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдинов сығыш яһаны.
-Ике ауыл музейында ла “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр” дәрестән тыш
саралары ойошторола.Тимәк, эҙмә-эҙлеклелек бар. Мәктәп музейҙары
уҡытыусылар коллективының киләсәк быуындарға ҡалдырған рухи
һәм матди аманаты булып тора.Музейҙың һәр бүлеге, һәр экспонат ,
экскурсия ойоштороусыларҙың мауыҡтырғыс сығыштары йәш
быуын күңелендә тәрән эҙ ҡалдырасаҡ. Музейҙар эшмәкәрлеге аша
балалар күңелендә уянған матур яҡты хистәр уларҙы ысын
илһөйәрҙәритәсәк. Быға иманым камил.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, уның бөйөк тарихын өйрәнеүҙә
балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә, тәрбиә эшендә музейҙарҙың
әһәмиәте шаҡтай ҙур икәнлеген оноторға ярамай, -тип һүҙен
тамамланы И.Сәйфитдинов.
Семинар эшлекле шарттарҙа үтте.
Читайте нас: