+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Май 2021, 14:54

Йөрәк ҡуҙы.

Моңһоу көҙ... Төн... Тәҙрә ҡаршыһында үҫкән алмағасы ла моңһоу ғына япраҡтарын алмаш-тилмәш ергә ҡоя. Хатта айҙа ерзе яҡтыртырға теләмәгән төҫлө, болоттар артына ҡаса.

Хикәйә.
Йөрәк ҡуҙы.
Моңһоу көҙ... Төн... Тәҙрә ҡаршыһында үҫкән алмағасы ла моңһоу ғына япраҡтарын алмаш-тилмәш ергә ҡоя. Хатта айҙа ерзе яҡтыртырға теләмәгән төҫлө, болоттар артына ҡаса.
Ваҡыт... Ваҡыт та тиҙ үтә шул, әйтерһең артынан кемдер сыбыртҡы тотоп баҫтыра. Бына Зиләгә бөгөн 25 йәше тулды. Ҡыҙы тыуҙы. Эх, ваҡыт, әйтерһең аҡҡан һыу. Ниңә? Ҡайҙа шулай ашығаһың? Туҡтап торсо бер аҙға тигән тәрән ҡараштарын бер нөктәгә текләп ятыуын дауам итте.
Тынлыҡты боҙоп бәләкәсе илап ебәргәс кенә Зилә аңына килгән кеүек булды. Ләкин ашыҡманы. Сөнки, эсендәге булған бөтә ғәйепте, бәхетһеҙлеген дә бәләкәсе өсөн тип уйлай ине. Бөтә тәне, йәне менән күрә алманы үҙ сабыйын. Ерҙе тырнап үкһеп илаһа ла был хаталар мәңгелеккә үҙенең йөрәгендә ҡуҙ кеүек өтәсәген аңлағандай тыныслана төштө. Тик ни хәл итәһең, тормош булғас хаталары һәм шатлыҡтары ла булыр тигән ҡараш менән бәләкәсенә ыңғайланы. Теләр-теләмәҫ кенә бәләкәс кенә аҡ биләүгә төрөлгән сабыйын ҡулына алып бәүелтергә тырышты. Нисек кенә күтәрһә лә, бәүелтһә лә бала тынысланманы. Бәлки ул да әсәһенең яратмағанлығын һиҙгәндер.
Зилә илай-илай “ҡалдырып китәм” - тигән балаһына түшен бирҙе. Юҡ, Зилә насар кеше түгел, ул хатта бесәйҙәрҙе лә рәнйеткәне юҡ ине бит. Тик яҙмыш төрлө һынауҙар ҡуйып, аяҡ салырға ғына тора.
Зилә менән Зариф бер ауылдан. Бергә уҡынылар, бер парталарҙа ултырҙылар. Һуңғы ҡыңғырау көнө генә улар бер-береһенә булған мөхәббәттәрен аңланылар. Аттестат алғас икеһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға керҙе, уларҙың мөхәббәттәренә бөтәһелә көнләште. 4-се курста уҡығанда Зариф үҙе теләп армияға киткәс тә Зилә мөхәббәттәренә тоғро ҡалды.
Үлеп яратҡан Зарифы армиянан ҡайтҡас үҙгәрҙе. Әллә башҡаларҙың күҙе тейҙе инде. Аңламаны. Тик һуң ине. Зилә ауырға ҡалғас та Зариф Зиләнең күҙенә ҡарап “Һин тик минең уйынсығым” булдың, “яратманым” – тигән һүҙҙәрен ишеткәндән һуң ғәрлегенән ер тишегенә керерҙәй булған Зиләнең күҙҙәренә йәш бөрсөктәре килеп бәрелде. Ярай табырмын да, ташлармын тигән балаһына һәҙер түшен биргән Зилә уйлаған уйҙарына үкенеп, илай-илай балаһын үҙенә нығыраҡ ҡыҫты.
Сәлимә Ҡаранай.
Читайте нас: