+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Май 2021, 16:50

Өфө урамдарынан 22 меңдән ашыу велосипедсылар елдерҙе

Кисә велосипедсы көнө айҡанлы Өфөлә үткән сарала 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был сара быйыл унынсы тапҡыр үткәрелде. Былтыр пандемия арҡаһында был көн билдәләнмәй торҙо, ә 2019 йылда Мең велосипедсы көнөндә 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.

Уларға старт Ленин майҙанында бирелеп, финишты Салауат Юлаев майҙанында тамамларға тейештәр ине. Сарала күптәр ғаиләләре менән ҡатнашты, велосипедтарын биҙәп, үҙҙәре лә сағыу итеп кейенеп килгәндәр, хатта бер ҡыҙ туй күлдәгендә ине. Ҡатнашыусылар тәүҙә "Велоуфа" сайтында теркәлеп, тейешле һанды алды. Матур һан алырға теләүселәр түләне, йыйылған аҡсаларҙы хәйриәлеккә тапшырасаҡтар. Был матур көн интерактив уйындар, фестивалдәр, йәрминкәләр менән дә үрелеп барҙы.
Читайте нас: