Тәмәке ыҫмалаһы – тәмәке төтөнөнән матдә концентраты. Унда 4 меңдән ашыу химик элементтар, шулар араһынан 40-тан күберәге канцероген, шулай уҡ ҡуҙғытҡыс, мутация тыуҙыра, ағыулай торған үҙенсәлекле матдәләр күп.
Канцероген ( латин теленән cancer – рак, грек теленән – тыуҙырам) – яман шеш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән агенттар (матдәләр, нурланыш һ.б.)
Никотин кеше организмына нисек йоғонто яһай?
1. Һәр бер тәмәке тартыусының никотинға бәйләнгәнлек барлыҡҡа килә.
2. Никотин ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына һәм органдарҙы ҡан менән тәьмин итеүҙең насарланыуына килтерә.
3. Никотин ҡан тамырҙары атеросклерозы процесының тиҙ көсәйеүенә булышлыҡ итә. Тәү сиратта баш мейеһенең һәм йөрәктең ҡан тамырҙары зарарлана. Был инсультҡа йәки инфарктҡа килтерә.
Тәмәкенән баш тартыу буйынса ярҙамды, 8-800-200-0-200 һандарын йыйып, Бөтә Рәсәй ҡыҙыу линияһынан (бушлай) алырға мөмкин.
Тәмәке тартыусы янындағы һауаны һулауы ла зарарлы. 15 ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, йәмәғәт, эш урындарында, транспортта, йәмәғәт туҡланыуы биналарында тәмәке тартыу тыйыла.
Тәмәке тартһалар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
1. Участковыйға
2. Полицияға
3. Роспотребнадзорға
4. Росздравнадзорға
5. Госпожнадзорға
6. Йәки хоҡуҡ боҙоуҙың фотоһын һәм ҡыҫҡаса тасуирламаһын “Здесь не курят” бушлай мобиль ҡушымта аша ебәрегеҙ (Android, iOS). Ҡушымта үҙе һеҙҙең ялыуҙы кәрәккән инстанцияға ебәрәсәк. Ай барышында тейешле хеҙмәт һеҙҙең мөрәжәғәткә яуап ебәрәсәк.