-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2021, 11:47

27 май - Бөтә Рәсәй Китапханалар көнө билдәләнә

"Бөгөн китапханала байрам" исемле матур әҙәби сараны, Белорет лицей-интернатының 4 -се синыфы уҡыусылары өсөн, Д.Юлтый исемендәге китапханаһының китапханасыһы Теләмбитова Зилә Йәғәфәр ҡыҙы матур итеп әҙерләп үткәрҙе.

27 май - Бөтә Рәсәй Китапханалар көнө билдәләнә. Китап булған ерҙә әҙәп тә, мәҙәниәттә үҙ юғарылығын һаҡлай. Бөгөн дә ул үҙ тәғәйенләнешен юғалтмай, иң ҡиммәтле мәғлүмәт сараһы булып тора. Китапхана -беренсенән матур әҙәбиәт доньяһы булһа, икенсенән -тылсымлы ваҡиғалар иле тип әйтергә мөмкин. Унда рухи байлыҡ алыуҙан тыш, яҙыусылар менән осрашаһың, яңылыҡтарҙы белергә ынтылаһың...
"Бөгөн китапханала байрам" исемле матур әҙәби сараны, Белорет лицей-интернатының 4 -се синыфы уҡыусылары өсөн, Д.Юлтый исемендәге китапханаһының китапханасыһы Теләмбитова Зилә Йәғәфәр ҡыҙы матур итеп әҙерләп үткәрҙе. Уҡыусыларға, башҡорт мәҙәниәтенең "Ҡурай тажы" моделле китапханалар комплексы 9-сы һанлы Д.Юлтый исемендәге башҡорт моделле китапхана тураһында бик күп мәғлүмәт бирелде. Китапхананың төп бурыстары, абонемент, уҡыу залы, тураһында ла белделәр. Китапхананың төп байлығы китаптар булһа- иң ҡәҙерлеһе - ундағы китаптарҙы уҡырға яратыусыларҙың күп булыуы. Бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышҡас, сюжет- ролле "Китапхана" исемле уйыны ойошторолдо. Китапханасы 4 -се синыф уҡыусыһы Валеева Ильсия Айгизовна, үҙ эшен бик оҫта башҡарып, китап алырға килгән уҡыусыларҙы ҡабул итте. Уйын бик күңелле, йәнле алып барылды. Сарабыҙҙың аҙағында китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, ҡағыҙҙан эшләнгән йөрәктәргә иң изге теләктәрен яҙып, тәмлекәстәр алды. Китап- ысын мәғәнәһендә беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ, балаларға күңелле һәм файҙалы ялдар теләп хушлаштыҡ.
Белорет лицей-интернатының 4 -се синыф уҡыусылары. Тәрбиәселәре Ҡәнәфина Гүзәл Байрам ҡыҙы.
Читайте нас