Дәрес бара... Мин иҫем китеп яратҡан, мауығып, мөкиббән китеп өйрәнгән физика дәресе... Ләкин миндә бөгөн физика ҡайғыһы юҡ. Ике күҙем урамда, һәр ваҡыт рәхәтләнеп тыңлаған уҡытыусым, Зинаида Тихоновнаның тауышын да ишетмәйем, бер береһенә ымлап, аптырап, һағайып ҡараған синыфташтарымды ла күрмәйем. Йотлоғоп, ашҡынып, тынғыһыҙланып урамды күҙәтәм. Мәктәптең икенсе ҡатынан, ныҡ ҙур тәҙрәләрҙән урам ап – асыҡ күренә. Мин көткән машинаны абайламай үткәреп ебәреүе бер нисектә мөмкин түгел. Шулайҙа шөбһәләнәм, урынымда ултырып сыҙай алмайым, өйрөләм дә сөйрөләм дә, ҡабаттан тәҙрәләргә төбәләм. Түҙемһеҙләнеп тә сабыр булырға тырышып та көтәм...
Ниһәйәт минең был хәлемде физика уҡытыусыһы ла абайланы: “Нимә булды Зилдә? Һин дәресте бөтөнләй тыңламайһың түгелме? Быйыл физиканан имтихан бирергә икәнен онотмағанһыңдыр ул? Әгәрҙә хафаланырлыҡ етди сәбәп булмаһа, тынысланып, дәрескә иғтибарыңды күсер. Тәҙрәләрҙә нимә таптың?”- тип һуҡранды ул миңә. Эх аңлата алмайым шул уға мине нимә борсоғанын! Нимә булһала һөйләргә уҡытыусымдан да, синыфташтарымдан да тартынам. Һәм һаман шул хәлемдә ҡала бирәм...
Инде өсөнсө көн атлығып ауылыбыҙға килергә тейеш икмәк машинаһын көтәм. Ул машинаның миңә бөтөнләй хәжәте юҡ, ә көтәм мин шул машина алып килергә тейеш икмәкте. Икмәк!.. Хуш еҫле, йомшаҡ ҡына, яңы бешкән икмәк! Их тәмлекәй генә бит ул икмәк! Ә еҫтәре!.. Һәр кемдең һушы китерлек, донъялағы иң татлы еҫ! Ҡасан, ҡасан ғына килә инде ул икмәк машинаһы? Ҡулымдан килһә тыным менән тартып алыр инем мин ул машинаны. Тик әмәлһеҙҙән көтәм инде, сабыр итергә тырышам. Әммә был миңә бик ауырлыҡ менән бирелә. Тәҡәтһеҙ йәнем өлпөлдәп кенә торған һымаҡ үҙемә...
Өйөбөҙҙә он бөтөп, магазинда ла юҡлығы, атайымдың оҙайлы рейста булып, тирмәнгә он тартырға бара алмауы, магазиндәргә ни сәбәптәндер икмәк алып килеү туҡталыуы, ошо хәлгә төшөрҙө мине. Әсәйем беҙҙең, балаларының, икмәк юҡлыҡтан йонсомаһын өсөн, төрләндереп, көнөнә әллә нисә тапҡыр тәмле ризыҡтар бешерә. Былайҙа бик оҫта аш – һыу бешереүсе әсәйебеҙ, был көндәрҙә айырыуса тәтлы ризыҡтар әҙерләне. Манный, тары, дөгө ярмаларынан ҡоймаҡтар ҡойҙо, йыш ҡына былау, ҡара бойҙай бутҡаһы, макарон, вермишель ҡурҙы, картуфтан, иттән өҙмәне. Әммә күңелгә барыбер бер нимә етмәй кеүек, өйкәп тик торҙо бына. Был бар булмышыңды айҡап, хатта күңелдә ниндәйҙер елкенеү, сараһыҙланыу тойғоһо тыуҙырған икмәк ашау теләге ине... Был донъялағы иң тәмле тәғәм – икмәк ашау теләге...
Билмәнде лә икмәк менән ашаған миңә, был икмәкһеҙ көндәр бик ауыр бирелде. Мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла магазинға йүгереп кенә инеп, икмәк килмәнеме икәнен тикшереп йөрөүгә әйләнеп киттем. Бөгөн иртәнсәк, ниһәйәт ауылыбыҙға икмәк машинаһы килерен ишетеп, ҡанатланып килдем мәктәпкә. Ләкин шунда уҡ хафаға ҡалдым:“Әгәрҙә икмәк машинаһын әсәйем күрмәй ҡалһа? Ҡырамаһа – ҡырҡ эш менән мәш килеп йөрөп онотоп китһә? Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел бит инде әсәйемдең өйҙәге мәшәҡәттәре! Ауылға әллә нисә көн икмәк килгәне юҡ бит, кешеләр алып бөтһә? Мин нишләрмен шунан?
Юҡ инде! Ул машинаны мин үҙем ҡарауыллайым! Үткәреп ебәрәһем юҡ!..
Ошо уйҙарға сумып, тәҙрәгә текләп ултырған сағымда, ҡапыл ғына алдымда икмәк машинаһы пәйҙә булды. “ Ах икмәк!..” – тип ҡысҡырып, мин урынымдан һикереп торғанымды һиҙмәйҙә ҡалдым, артымса ултырғысым гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы. Әллә итәгемә эләкте, әллә үҙем этеп ебәрҙемме инде, белмәҫһең. Көтөлмәгән гөрһөлдәүгә барыһыла тертләп китте, айырыуса уҡытыусы ҡурҡып, ҡысҡырып ҡуйҙы. Был ваҡытта мин атлығып сығып китеп бара инем инде.”Ҡайҙа киттең Зилдә? Был ни ҡылығың? Хәҙер үк туҡта! Борол!”- тигән бойороҡло тауышына әйләнеп тә ҡараманым, туҡтарға ла уйламаным. Хәҙер инде мин кемдеңдер бойороғона бойһоноу түгел, үҙемә үҙем хужа була алмай инем. “ Зинһар ғәфү итегеҙ Зинаида Тихоновна! Икмәк! Аһаһай! Икмәк!!!”- тип ҡысҡырып сығып киттем...
Шул көндө һатып алған икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ юҡ ине минең өсөн! Уның тәме мәңгегә хәтеремә уйылып ҡалған. Ғүмерем буйы икмәкте ҙурлау, ҡәҙерләү, валсығын да исраф итмәү ана шунан киләлер тип уйлайым. Икмәкте ҡәҙерләүҙе, һәр баламдың да аңына һеңдерергә тырыштым һәм быға өлгәштем. Икмәк бит ул!..
Автор: Зилдә Хәмиҙуллина.