-18 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2021, 13:01

Ҙур байрамға, күңелле сараға саҡырабыҙ!

10 июнь сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта ҙур байрам – “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” үтәсәк.

Журнал уҡыусыларыбыҙҙы ҙур байрамға саҡырабыҙ!

10 июнь сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта ҙур байрам – “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” үтәсәк. Республиканың барлыҡ гәзит-журналдары редакциялары унда үҙ баҫмаларына яҙылыу һәм дә яҙылыусылар араһында лоторея уйындары ойоштороп, ҡиммәтле бүләктәр ҙә оттороласаҡ. Һеҙҙең алда Башҡортостандың билдәле артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм яҙыусылары сығыш яһаясаҡ. “Аманат”ҡа яҙылыусы дуҫтарыбыҙ билдәле шәхестәр менән күрешеп, танылған артистар ҡатнашлығында концерт ҡарап, шәп кәйеф аласаҡ.
Шунда уҡ республика гәзит-журналдарына яҙылыу һәм яҙылғандар араһында лототрон рәүешендә ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ. Һеҙҙең дә, "Аманат"ҡа яҙылып, журналлы ла, бүләкле лә булыуығыҙ ихтимал!

Ҡәҙерле милләттәштәр!10 июнь “Матбуғат йорто” алдында уҙасаҡ матур сараға һәммәгеҙ ҙә рәхим итегеҙ! Күңелегеҙгә ял табып, “Аманат”ыбыҙға яҙылып, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән осрашып, бер юлы танылған шәхестәр менән күҙгә-күҙ күрешеп, аралашып ҡайтығыҙ, дуҫтар!

Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: